Тәүҙә коллективта ни бары 8 уҡытыусы ғына була. Директор вазифаһына кеше табаһы ғына ҡала. 27-се мәктәптең балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен әҙерләү буйынса педагогик кластарҙа 12 йыл эшләгән, үҙен намыҫлы белгес һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ күрһәткән Антонина Никифоровнаның тап ошо сифаттарын ҡалала һәм БР мәғариф министрлығында баһалайҙар, уға яңы асылған педагогия училищеһын етәкләргә тәҡдим итәләр һәм ышанып тапшыралар.
– Мин директор вазифаһында ир кеше булырға тейеш, тип иҫәпләй инем. Хатта министрға өс кандидат та тәҡдим иттем. Әммә был кандидаттар министр тарафынан инҡар ителде. Барыбер мине тәғәйенләнеләр. Педучилище асылғансы ике аҙна алдараҡ педкластарҙы яптылар. Ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Спартак Ғәли улы Әхмәтовтың ярҙамы ифрат та ҙур булды ул йылдарҙа, - тип хәтер ебен һүтә Антонина Никифоровна.
Ул саҡта министрлыҡ идаралығында эшләүсе белемле остаздар йәш директорҙарҙы эшкә өйрәтәләр.
- Мин һигеҙ йыл буйы был урынды ваҡытлыса ғына, үҙемдеке түгел тип уйланым, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Антонина Усевич.
Йылдар үтеү менән беҙ уның фәҡәт үҙ урынында булыуын яҡшыраҡ төшөндөк. Бына шулай бынан байтаҡ йылдар элек хәрби ире менән Стәрлетамаҡҡа килгән Белоруссия ҡыҙы ҡалабыҙға тоғро ҡала.
– Мәғариф министры булып Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова тәғәйенләнгәс, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә милли кадрҙар әҙерләү зарурлығы килеп тыуҙы. Башҡорт, татар телен өйрәнеүҙән тыш мордва, сыуаш төркөмдәре лә барлыҡҡа килде. Уларҙы беҙ 2002 йылға тиклем әҙерләнек. Һуңынан мордва, сыуаш теле белгестәренә мохтажлыҡ ҡалмағас уларҙы әҙерләүҙән туҡтаныҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер педагогты ла эшһеҙ ҡалдырманыҡ, уларға тел һәм мәҙәниәт йүнәлешендә эш тәҡдим иттек, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Бөгөн беҙҙә 112 уҡытыусы, 183 хеҙмәткәр эшләй. 2000 студент көндөҙгө бүлектә уҡый. Ситтән тороп белемен камиллаштырыусы 100 студентыбыҙ бар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Премьер-министр Андрей Назаров урта һөнәри уҡыу йорттары өсөн бар шарттарҙы ла тыуҙырҙы. Социаль проекттарҙа ҡатнашып, гранттар отабыҙ. Ә бит башлаған йылдарҙа беҙҙең педучилище биләмәһен кәртәләрлек мөмкинлек тә юҡ ине. Хәҙер ни тиклем алға киткәнебеҙ күҙгә күренеп тора. Ысынлап та шулай, колледждың тирә-яғы тәртиптә, белем алыу өсөн студенттарға заманса шарттар тыуҙырылған. Уҡыу йортобоҙҙоң – республиканың иң алдынғы биш колледжы араһында булыуына ғорурланабыҙ, “Башланған эште мотлаҡ тамамларға кәрәк. Юғиһә уға тотонорға ла ярамай”, – тип иҫәпләй Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, РФның педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Стәрлетамаҡтың Почетлы гражданины Антонина Никифоровна Усевич. Республикабыҙҙың кисәгеһе, бөгөнгөһө һәм киләсәге лә уның кеүек хеҙмәте менән матур эҙ ҡалдырған шәхестәр йөҙөндә билдәләнә.
Римма ҒӘЛИМОВА.