Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында байрамға Росгвардия академияһының Жуков орденлы хәрби начальнигы, генерал-майор Андрей Кийко һәм начальник урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының хәрби-сәйәси эштәр буйынса бүлек начальнигы, полковник Евгений Лисица килде. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов менән бергә улар уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.
Тантаналы сара башланыр алдынан абруйлы ҡунаҡтар Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы эше менән танышты. Улар 1981 йылдың 23 ғинуарында асылған Аркадий Гайдар музейында булды. Шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар “Беренселәрҙең хәрәкәте” даирәһенең, балалар экология мәктәбенең һәм “МаФ” балалар мультипликацияһы студияһының эше менән танышты.
Эмиль Владиславович ҡала уҡытыусыларын ихлас ҡотлап, уларҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне. Ҡала мэры уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм илһам теләне. Ғәҙәттәгесә, мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә хакимиәт башлығы почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Яҡташыбыҙ Андрей Юрьевич Кийко “Стәрлетамаҡ ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.
Андрей Кийко ла уҡытыусыларға ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Үҙенең ҡалабыҙҙа уҡыған йылдарын иҫкә төшөрөп, ул уҡытыусыларға алған белемдәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә индергән шәхси өлөшө һәм граждандарҙың мәҙәни һәм әхлаҡи үҫешен формалаштырыуҙа юғары профессионализмы өсөн Андрей Юрьевич ҡаланың белем биреү ойошмалары уҡытыусыларына һәм етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай уҡ тантаналы йыйылыш сиктәрендә уҡытыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссар Сергей Сафонов һәм Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзының ҡала ойошмаһы рәйесе Ольга Волошенко ҡотланы. Сара ҡаланың ижади коллективтары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар сығыштары менән тамамланды.
Заманалар үҙгәреп торһа ла, ниндәй ҡоролошта йәшәһәк тә уҡытыусы һөнәре иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар: ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.