Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2025, 16:30

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА

Һәр уҡыу йортоноң үҙенә генә хас ҡағиҙәләре һәм традициялары бар Яңыраҡ Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында уҡыу аҙнаһы сағыу һәм илһамландырғыс ваҡиға – тантаналы линейка менән башланып китте. Беҙ ҙә был матур сараның шаһиты булдыҡ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм Рәсәйҙең хәрби даны көнө алдынан бында геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар һәм рух нығыттылар. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлап, берҙәмлектең, сыҙамлыҡтың һәм белемгә ынтылыштың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ихлас телмәр менән студенттарға колледж директоры Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаев мөрәжәғәт итте сафҡа һәм  яңы ҡаҙаныштар өсөн рух ҡеүәте өҫтәне. Артабан ҡала беренселегендә армрестлинг буйынса 3-сө урын яулаған Денис Вагановҡа Почет грамотаһы тапшырылды. Шулай уҡ колледждың  “Физруктар” командаһы Нефтекама ҡалаһының “Нефтик” КВН лигаһының ярымфиналында 3-сө урын өсөн диплом менән бүләкләнде. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Антон Сидоров тәртип һәм дисциплинаның мөһимлеген иҫкә төшөрҙө, сөнки тап улар уңышлы уҡыу һәм тормош нигеҙе булып тора. Ысынлап та, колледж  студенттарының ҡаҙаныштары, еңеүҙәргә ынтылышы һәм Тыуған илебеҙ тарихын хөрмәт итеүҙәре ғорурлыҡ тойғоһо уята. Кескәй генә, әммә бик мәғәнәле ошо сара беҙҙе һоҡландырып, уйландырып, артабан колледжа алып барылған патриотик тәрбиә эштәрен барларға этәрҙе.  

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА

Торатау түбәһе, геройҙар беҙҙең арала

Мәҫәлән, күптән түгел белем тауына үрләгән бер мәлдә колледждың бер төркөм студенттары Башҡортостандың ынйыһы булған Торатау түбәһенә лә күтәрелгән. Был тәбиғәт түбәһен яулау ғына түгел, әлбиттә, ә тыуған ергә ҡарата һөйөү менән изге төшөнсәгә хөрмәт символы ла булып тора. Улай ғына ла түгел, сәйәхәт экологик мәғәнә алып, йәштәр тау тирәләй өмә лә ойоштороп өлгөргән әле ул көндө – сүп-сар йыйғандар.

Тыуған еребеҙҙе яратҡан өйрәнеп һәм яулап, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ кисергән студенттарҙа ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары уяна. Был акция халыҡтар берҙәмлеге Көнөн һәм хәрби дан Көнөн берләштереп, иҫтәлекле көн булып хәтерҙә ҡала.  Был сара өсөн студенттар класс етәкселәре һәм остаздары Игорь Феоктистовҡа рәхмәтле. Игорь Петрович Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, үҙе ошо физик культура техникумын тамамлаған һәм әлеге колледжда уның тәжрибәһе, батырлығы һәм Тыуған илгә тоғролоғо – һәр студент өсөн баһалап бөткөһөҙ өлгө. Игорь Петровичтың белеме һәм өгөт-нәсихәттәре бында йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, уларҙа физик сыҙамлыҡ ҡына түгел, ә ҡаҡшамаҫ рух та формалаштыра. Колледждағы башланғыстар һәм остаздар ярҙамында был уҡыу йортонда  Тыуған илебеҙҙе яратҡан, берҙәмлекте ҡәҙерләгән һәм уның намыҫын яҡларға әҙер булған яңы быуын тәрбиәләнә!

Махсус хәрби операция башланыу менән студенттар башҡа йәштәргә өлгө күрһәтеп, остаздары менән берлектә окоп шәмдәре әҙерләй, һаҡланыу селтәрҙәре үрә, геройҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләренә башҡа төр ярҙам итә. Шуныһы ла иғтибарла лайыҡ: бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта бихисап ошо белем усағын тамамлаусылар, ситтән тороп белем алыусылар бар. Студенттар уларҙың иҫән-имен һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡала.

 

Туризм өлкәһен үҫтереү өсөн...

Күптән түгел иһә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында ла булып ҡайтҡан колледж студенттары. Ижади индустрияны үҫтереү нигеҙендә ойошторолған сарала туристик дисциплиналар уҡытыусыһы Екатерина Сәлимйәнова етәкселегендә туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ һөнәрен үҙләштереүсе студенттар Азалия Мәүлитова Һәм Варвара Иванова ҡатнашҡан. Йәштәр республиканың креатив индустриялар дирекцияһы етәксеһе Мария Орешникова,  музыка эшләү, кино етештереү, нәшриәт эшмәкәрлеге, тауыш режиссураһы һәм проекттарҙы продюсерлау өлкәһендә эксперт Марат Фәйзуллин, Башҡортостан Юлдаш телеканалының баш режиссеры, “Креатив код” проектының авторы һәм алып барыусыһы Ярослава Феоктистова һәм ошо өлкәлә башҡа абруйлы спикерҙарҙың сығыштарын тыңлай алған. Улай ғына ла түгел, төп ҡунаҡ булып Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров сығыш яһаған. Унда Башлыҡ ижади йәштәр вәкилдәре менән аралашып  һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап биргән. Радий Фәрит улы менән аралашыуҙан колледж студенттары  ла ситтә ҡалмаған.  Варвара Иванова, мәҫәлән, бренд булдырыу буйынса үҙ һорауын еткергән.   Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында бренд булдырыумы, башҡа үҫеш алымы, һәр ерҙә лә йәштәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлеге барлығын һәм кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған. Шулай уҡ сарала Радий Фәрит улы билдәләүенсә, әлеге ваҡытта технологиялар өлкәһендә белгестәр, дизайнерҙар, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ белгестәре, реклама һәм пиар һәм башҡа һөнәрҙәр профессиональ хеҙмәттәр баҙарында талап ителә. Һәм ул Республика Башлығы булараҡ төрлө программалар сиктәрендә уларҙы дәүләт кимәлендә яҡларға әҙер. Осрашыу һуңында Радий Фәрит улы бөтәһенә лә һөнәр һайлау юлында уңыштар теләгән!

Әлбиттә, ошондай кимәлдәге осрашыу йәштәрҙә һөнәренә нығыраҡ тартылырға этәрмәй ҡалмай. Бигерәк тә патриотик тойғоларҙы тәрбиәләгән парк нигеҙендә.

Илһөйәрлек тәрбиәһе менән йәнәшә колледжда хеҙмәткә ҡарата ла һөйөү тәрбиәләнә. Студенттар ауыл хужалығы эштәрендә лә, йәшелләндереү сараларында ла теләп ҡатнашалар. Студенттар, уҡытыусылар коллектив менән бергә шәхсән директор Миҙхәт Мусакаевтың ҡатнашыуы был тәңгәлдә йәнә үҙе бер тәрбиә өлгөһө булып тора. Етәксенең коллективтан айырылмауы йәштәрҙә һоҡланыу һәм киләсәктә шундай булырға ынтылыу теләге уяталыр.

Был көндө улар Киров исемендәге паркта ағастар ултыртыу акцияһында әүҙем ҡатнашып, ҡалабыҙҙы йәшелерәк һәм матурыраҡ итеү өсөн көс һалғандар. Студенттар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә Стәрлетамаҡ халҡы өсөн уңайлы һәм матур мөхит булдырыу өсөн газондарҙы һәм тротуарҙарҙы тәртипкә килтергәндәр. 

 

Ҡурай, КВН

Шулай итеп, колледж студенттары эшләйҙә ял итә лә белә. Улар шаяртырға, ижад итергә, йырларға-бейергә лә оҫта – был да уҡыу йортонда дөрөҫ тәрбиә эше алып барыуҙың емеше!

 Әйтәйек, күптән түгел “Физруктар” шаяндар һәм отҡорҙар клубы командаһы Өфө ҡалаһы КВН лигаһының ярымфиналында уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан. Улар финалға үтеп инеп, барыһын да сығыштары менән таң ҡалдырған.

– Был ваҡиға урта һөнәри белем биреү системаһының 85 йыллыҡ юбилейына сағыу бүләк булды! Сөнки Стәрлетамаҡтың “Физрукт!тары – республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары командалары менән бер рәттән ярышып, урта һөнәри белем биреүҙең көсөн һәм талантын иҫбатлаған берҙән-бер колледж булды! Был еңеү әҙерлек барышында директор ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине, уның даими ярҙамы һәм студенттарға ышанысы уларҙың сағыу сығыштары һәм еңеүҙәре өсөн шарттар тыуҙырыуы маҡтауға лайыҡ! Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Раиса Яковлева хәстәрлеге менән дә командабыҙ лайыҡлы сығыш яһаны, – тип һөйләп үтте директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Сидоров.

– Беҙҙең команда тамашасыларға ҙур тәьҫораттар бүләк итте, бөтә залды ихлас көлдөрҙө һәм аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы. Залда ултырған хөрмәтле ҡунаҡ, махсус хәрби операция геройы беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусы, самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Ринат Ҡолтоманов сәхнәгә сығып командаға яҡшы уйын өсөн һәм шәхсән директорыбыҙға яҡшы тәрбиә өсөн рәхмәт һүҙҙәрҙе еткереүе йәштәребеҙгә ҡанат өҫтәне, минеңсә, – тип ҡушылды һөйләшеүгә Раиса Федоровна.

Әлбиттә, колледждың мәҙәни тормошо ла иғтибарға лайыҡ!

Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында директор Миҙхәт Биктимер улы башланғысы һәм әүҙем ярҙамы менән тағы бер матур күренеш хасил булған уҡыу йортонда.  “Ҡуштау” уникаль ҡурайсылар ансамбле ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылыш быйыл “Ҡуштау” ҡурайсылар ансамбленең мауыҡтырғыс сығышы башланып китеүе ҙур мәғәнәгә эйә.   Был ансамбль бер йыл эшләп килә. Яңы ижади коллективты күренекле ҡурайсы Динар Абдуллин етәкләй.

– “Ҡуштау” ҡурайсылар ансамбле колледжыбыҙҙың ысын визит карточкаһы булырға тейеш, төрлө майҙансыҡтарҙа һәм сараларҙа башҡорт мәҙәниәтенең байлығын һәм студенттарыбыҙҙың сикһеҙ талантын ғорурлыҡ менән күрһәтергә тейеш. Был үҙеңде күрһәтеү, боронғо милли йолаларға ҡайтыу һәм ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле һәм илһамландырыусы күренештең бер өлөшө булыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек, – ти  ансабль етәксеһе Динар Абдуллин.

 

Йомғаҡлау урынына

Әлбиттә, һәр уҡыу йортоноң үҙенә хас ҡағиҙәләре, традициялары, эш алымы һәм тәжрибәһе бар. Беҙ сәйәхәт ҡылған колледж иһә бөтә яҡлап та өлгө булып торорҙай эштәр атҡарыла беҙгә ҡалһа – был һис шикһеҙ уңған етәкселектең, коллективтың берҙәм һәм тырыш башҡарған хеҙмәте.

 – Үҙем ошонда студент булдым, хеҙмәт юлын дауам итәм – бында минең өсөн һәм күренеш ғәзиз. Шулай уҡ һәр студентыбыҙ ҡәҙерле, уның уңыштарын күреп ҡыуанам, киләсәге нисек булыр тип уйланам, алға барһа – һәр аҙымын хупларға тырышам. Шуға уларҙың һәммәһен физик яҡтан ғына түгел, эске донъяһында ла көслө итеп, рухлы, илһөйәр, ғәҙел, әүҙем итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ! – тип йомғаҡланы осрашыуҙы Миҙхәт Биктимер улы үҙе. Артабан да лайыҡлы йәштәр тәрбиәләүҙә уңыштар килеп торһон!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар колледждың рәсми сығанаҡтарынан алынды. 

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ШУНАН БАШЛАНА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас