Юғары уҡыу йортоноң тарихы 1940 йылда, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына нигеҙ һалыуҙан башлана. Тиҫтәләгән йылдар дауамында юғары уҡыу йорто педагогия институтынан хәҙерге университетҡа тиклем юл үтә, унда юғары һәм урта профессиональ белем биреү программалары, шулай уҡ аспирантура тормошҡа ашырыла. Юбилей менән филиалды федераль һәм төбәк властары вәкилдәре, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары Лилиә Ғүмәрова һәм Олег Голов ихлас ҡотланы. Ә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина үҙенең сығышында БР Башлығы Радий Хәбировтың рәсми ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Артабан БРҙың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, шулай уҡ башҡа рәсми кешеләр ихлас ҡотланы.
Бынан тыш уҡыу йортон ҡотларға бик күп абруйлы ҡунаҡтар ҙа килгәйне, улар араһында БР Хөкүмәтенең төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт департаменты директоры Залиә Баринова, Башҡортостан митрополияһы башлығы һәм Өфө епархияһы идарасыһы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Бшҡортостан Республика ойошмаһы рәйесе Елена Хаффазова, Стәрлебаш, Миәкә һәм Көйөргәҙе райондары хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ Бөрө, Сибай, Күмертау, Нефтекама һәм Ишембайҙан килгән Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдары директорҙары ла ба р ине.
– Көслө коллективты формалаштырыу һәм профессор-уҡытыусылар составының юғары профессионализмы – ул беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ өсөн ныҡлы нигеҙ. Беҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаусылар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, уларҙың бында булыуы – эш сифатын яҡшыраҡ раҫлау. Филиал ветерандарын һәм беҙҙең университет стеналарында үҙ киләсәген төҙөү өҫтөндә тырышып эшләгән бөтә студенттарҙы ҡотлайым. Республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ итеп, бергәләп үҫешеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Өфө фән һәм техгологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.
Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов та ихлас ҡотлау ҙүҙҙәрен еткерҙе:
– 85 йәш – оло йәш – күп ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр үтте, әммә киләсәккә пландар ҙа бихисап, – тип билдәләне ул. –У ниверситеттың Стәрлетамаҡ филиалы идеялар һәм проекттар тыуҙырыуҙан тыш, уларҙы уңышлы тормошҡа ашырғанлығын беләм. Университетты тамамлаусы булараҡ, минең өсөн был – шәхси байрам тип әйтергә мөмкин. Бында мин һөнәри белем генә түгел, тормош ориентирҙарын да алдым, эшләргә, яуаплылыҡ алырға һәм үҙ алдыма маҡсаттар ҡуйырға өйрәндем. Университеттың артабанғы сәскә атыуын, яңы ҡаҙаныштар, фәнни асыштар, һәләтле студенттар һәм рәхмәтле сығарылыш уҡыусыларын теләйем.
Тантана студенттарҙың сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ сығышы менән башланды. Йәш таланттар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте, тамашасыларға музыкаль һәм бейеү һәм театр постановкалары менән төрлө номерҙар тәҡдим итте. Уларҙың энергияһы, энтузиазмы һәм оҫталығы байрамдың ысын биҙәге булып тора, филиалдың үҫеүен һәм үҫешеүен, уңышлы белгестәрҙең яңы быуынын тәрбиәләүен күрһәтә. Тамаша залы Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары булған махсус хәрби операция яугирҙарына арналған концерт номерҙарын тулҡынландырғыс тетрәнеү менән күҙәтте. Уларҙың ҡайһы берҙәре Ватанды һаҡлап, батырҙарса һәләк булған, ә башҡалары әле лә алғы һыҙыҡта. Тантаналы өлөшө студенттарҙың, ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Тамашасылар “Йөрәктау” халыҡ фольклор, “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре, “Марьяна” халыҡ фольклор-эстрада ансамблдәренең, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективының, “Антре” халыҡ заманса бейеү ансамбленең, “Феникс” халыҡ эстрада вокалы ансамбленең һәм башҡаларҙың сығыштарын ҡараны. Халыҡ хореография театры-студияһы башҡарыуында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған “Шайморатов генерал” хореографик сығышы айырыуса тәьҫир ҡалдырҙы.
Университеттың юбилейы үткәнде һәм киләсәкте берләштергән сағыу ваҡиға булды. Был тантана өлгәшелгән уңыштарҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып ҡына ҡалмай, ә яңы ҡаҙаныштарға илһам да бирә. Мин үҙем дә 1988-1993 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыуым менән бик бәхетлемен.
Байрам концерты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының бай тарихына хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә уның артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы символына әүерелде. Филиал үҙенең тарихын 1940 йылда уҡытыусылар институты булараҡ башлай. Бөгөн был ҙур белем биреү үҙәге, төбәк һәм ил иҡтисадының төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
Сарала ҡатнашыусылар фекере:
Мәрйәм КҮСМӘЙЕВА, БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Булат Рафиҡов һәм Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премиялар лауреаты:
– Стәрлетамаҡ дәүләт пединститутында уҡыу йәшлек йылдарым менән бәйле. Шуға ла улар сағыу иҫтәлектәр, дәрт, ынтылыш менән тулы. Ғилемле, күңелен биреп эшләгән уҡытыусыларҙа уҡыуым менән бәхетлемен. Улар бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү даирәмде киңәйтте, алдағы тормошомда ярҙам итте. Ә инде “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә әүҙем ҡатнашыу, билдәле яҙыусылар менән осрашыуҙар киләсәктә шағирә булып китеүемә булышлыҡ итте. Журналист булып эшләүем дә ваҡытында институтта булдырылған йәмәғәт профессиялары факультетында шөғөлләнеү, “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең әүҙем штаттан тыш хәбәрсеһе булыуыма бәйле.
Зөлфиә ЙӘҒӘФӘРОВА, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы:
– Мин БДУ-ның физика факультетын тамамланым, бында йәш белгес булараҡ, “Авангард” заводына йүнәлтмә алдым. Аҙаҡ СДПИ-ның дөйөм физика кафедраһына ассистент булып күстем. Өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт арауығында ошо уҡ кафедрала ассистенттан физика-математика фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә еттем. Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы күп ҡырлы эш башҡара: уҡытыу, фәнни һәм тәрбиә эше. Эшләй башлаған йылдарымда ул дәүерҙәге кафедра етәкселегенең, тәжрибәле коллегаларымдың ихлас ярҙамына таяндым. Улар күптәр, ысын донъяға күскән Р.Г.Ҡотлобаев, В.Т.Бикҡолов, Р.Н.Хәмзиналарҙы әйтеп үтер инем. Уларға һәм хәҙер инде хаҡлы ялда булған, һәр саҡ төплө кәңәштәрен, йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. 85 йыллыҡ тарихы булған юғары уҡыу йортоноңпедагогия иститутының матур традициялары юғалмаһын, быуындар араһындағы бәйләнеш өҙөлмәһен. Филиал алдына ҡалабыҙ, республикабыҙ ҡуйған бурыстарҙы лайыҡлы үтәп, яңынанан-яңы уңыштарға өлгәшергә яҙһын тип теләйем. Бөгөнгө көндә үҙем дә яңы заман ихтыяждары һәм ыңғай традициялар нигеҙендә йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирергә тырышам.
Зөхрә ҮТӘҒОЛОВА, шағирә, БР һәм РФ Яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы, мәғариф алдынғыһы, иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы грантын отоусы, Илһам шишмәләре кокурсы еңеүсеһе, Ағиҙел өҫтөндә йәйғор премияһы лауреаты:
– Беҙ үткән быуаттың 78-83-се йылдарында уҡыныҡ. Гөрләп торған күңелле студент йылдарын һағынып хәтерләйбеҙ. Институттың матур традициялары әле лә һаҡлана. Бар курстар алдында студенттар сафына инеүебеҙ һис онотолмай. Биш йыл эсендә нығынған дуҫлыҡ ептәре онотолмай. Рәхим Фәтих улы Ильясов кураторыбыҙ булды. Уның атайҙарса хәстәрлегенә һоҡлана инек. Педпрактикаға Маҡар мәктәбенә алып барып урынлаштырҙы. Минең үҙемә, айырыуса, медицина фәне оҡшай ине, ул дәрестә алған белем тормош юлымда ла ныҡ кәрәкте. Әйткәндәй, мин белем алған уҡыу йортон ике ҡыҙым да Ҡыҙыл дипломға тамамланы. Шуға күрә уҡыу йортона булған ихтирамым да, ғорурлығым да йөрәгемдә бер үк кимәлдә.