Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2025, 10:55

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды

Сара 23-сө мәктәп уҡыусыларының мәҫәл буйынса сәхнәләштрелгән тамашанан башланып китте.

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды

Конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, жюри рәйесе Михаил Григорьев сәләмләне һәм барыһына ла ихлас йөрәктән еңеү теләне. Быйыл 44 ҡатнашыусы дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ. Конкурс 8 көн дауам итәсәк. 22 декабрҙә уны ябыу тантанаһы була, унда номинацияларҙа иң яҡшыларҙың һәм абсолют еңеүсенең исемдәре иғлан ителәсәк. Мәртәбәле жюригә иң-иңдәрҙе һайлауы еңелдән булмаҫ, ахры. Сөнки был юлы көрәш майҙанына береһенән-береһе көслөрәк уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр күтәрелде. Сара уҡытыусылар гимны менән тамамланды.  Йәш быуынды белемле һәм тәрбиәле итеү һағында тороусыларға уңыштар юлдаш булһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Анастасия Ададурова фотолары.


 

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы-2026 " конкурсы старт алды
Автор: Римма Галимова
Читайте нас