Сара 23-сө мәктәп уҡыусыларының мәҫәл буйынса сәхнәләштрелгән тамашанан башланып китте.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, жюри рәйесе Михаил Григорьев сәләмләне һәм барыһына ла ихлас йөрәктән еңеү теләне:
– Ҡалабыҙҙа һөнәри оҫталыҡ конкурсы-һәр ваҡыт сағыу ваҡиға! Был үҙенсәлекле донъя, унда аралашыу, көсөргәнешлек рухы, уңыш һәм илһам бер кешегә түгел, ә белем биреү учреждениеһының бөтә коллективына эшләй. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ышаныс, көс, илһам, ижад һәм һөнәри үҫеш теләйбеҙ! – тине Михаил Васильевич.
Быйыл 44 ҡатнашыусы дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ. Конкурс һигеҙ көн дауам итәсәк. 22 декабрҙә уны ябыу тантанаһы була, унда номинацияларҙа иң яҡшыларҙың һәм абсолют еңеүсенең исемдәре иғлан ителәсәк. Мәртәбәле жюригә иң-иңдәрҙе һайлауы еңелдән булмаҫ, ахры. Сөнки был юлы ла көрәш майҙанына береһенән-береһе көслөрәк уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр күтәрелде.
Сара уҡытыусылар гимны менән тамамланды. Йәш быуынды белемле һәм тәрбиәле итеү һағында тороусыларға уңыштар юлдаш булһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Анастасия Ададурова фотолары.