Олимпиада Башҡортостандың милли мәҙәниәттәрен һәм телдәрен өйрәнеү менән мауығыусы барлыҡ һәләтле уҡыусыларҙы йыйҙы. Был сараға төбәктең мәҙәни мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеген яҡлаған хөрмәтле ҡунаҡтар айырыуса иғтибар бүлде. Бөтә донъя татарҙар конгресы башҡарма комитеты рәйесе, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты Данис Фәнис улы Шакиров Татарстан президенты Рөстәм Нурғәли улы Миңлехановтың ихлас сәләмдәрен еткерҙе. Олимпиаданың әлеге этабында еңеүселәрҙе Татарстанда ла ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек советнигы Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Альбина Ғәбит ҡыҙы Хәлиуллина һәм башҡалар сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотлап, олимпиаданы үткәреү өсөн шарттар тыуҙырған белем усағына рәхмәттәрен еткерҙе. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Айнур Фәнис улы Үтәев сараны алып барыусыларҙың әлеге көндә был уҡыу йортоноң юғары стипендиаттары булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм олимпиадала еңеүселәрҙе үҙҙәренә уҡырға килергә саҡырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР мордва мәҙәни үҙәге рәйесе Герасимова Юлия Николаевна, БР сыуаш халҡының телен һәм традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Канаш” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Иванов Николай Иркунович туған телдәре һағында тороусы йәш быуындың булыуына шатлыҡ тойғоларын еткерҙе. Алдан һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса, олимпиаданың финал этабында Стәрлетамаҡ ҡалаһы Н.И.Суханов исемендәге 5-се, 11-се һәм 33-сө белем биреү учреждениеларының туғыҙынсы кластарының иң яҡшы уҡыусылары сығыш яһаны.
Һөҙөмтәлә ҡалабыҙҙан 33-сө мәктәп уҡыусыһы, “татар теле һәм әҙәбиәте” йүнәлешендә сығыш яһаусы Мәҙинә Үләева (етәксеһе-уҡытыусы Гөлнара Шәфиева ), 11-се мәктәп уҡыусыһы, “сыуаш теле һәм әҙәбиәте” йүнәлеше буйынса үҙ эшен тәҡдим итеүсе Юлианна Русакова (класс етәксеһе – Елена Иванова) – республика олимпиадаһының еңеүселәре булып танылды.
Уҡыусыларҙың бындай сарала ҡатнашыуы йәштәрҙең Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуының юғары кимәлен күрһәтә. Сара күп милләтле төбәгебеҙҙең төрлө этник төркөмдәре вәкилдәренең дуҫлығы һәм үҙ-ара ихтирам мөхитендә үтте. Шулай итеп, олимпиада туған телде һәм республиканың мәҙәни ҡиммәттәрен популярлаштырыу өсөн педагогтарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һәм уҡыусыларҙың тырышлығын берләштереүҙең сағыу миҫалына әүерелде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар: ҡала мәғариф бүлеге сайтынан алынды.