Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль , 15:45

Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш мәсьәләһен тикшерҙеләр

Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында  Стәрлетамаҡ агломерацияһы тармағын кадрҙар менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте.

Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш  мәсьәләһен тикшерҙеләр
Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш мәсьәләһен тикшерҙеләр

Фекер алышыуҙа  Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Стәрлетамаҡ хакимиәт вәкилдәре, шулай уҡ төбәктең алдынғы төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Осрашыуҙың төп темаһы:  колледж базаһында «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә ("Йәштәр һәм балалар милли проекты) белем биреү кластерын булдырыу ине.

 «Профессионалитет»" проекты-кадрҙар әҙерләүҙең уникаль моделе, ул ҙур ойошмаларға һәм предприятиеларға белем биреү процесының тулы хоҡуҡлы партнерҙар булырға мөмкинлек бирә. Төп программаның өҫтөнлөктәре -белгестәрҙе конкрет эш биреүсенең ихтыяждары буйынса, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә практикаға әҙерләү.

2027 йылда Стәрлетамаҡ  төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы базаһында «Һөнәри белем биреү һәм инновацион белем биреү үҙәге төҙөлөш тармағы технологиялары» СПО кластеры булдырыласаҡ.

Колледж директоры Илдар Ғүмәров билдәләүенсә, "Профессионалитет" программаһы  -  финанслауҙың һөҙөмтәле моделе һәм төбәктең кадрҙар потенциалын үҫтереүгә туранан-тура инвестициялары булып тора.  Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары  Владислав Сидоркин да ошондай уҡ ҡарашын белдерҙе.

- Уҡыу процесын реаль етештереү һәм заманса технологиялар ҡулланыу менән яҡынайтыу  - республиканың төҙөлөш майҙансыҡтарына профессионалдар ағымын гарантиялай , - тине ул.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: колледж сайтынан алынды.

 

Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш  мәсьәләһен тикшерҙеләр
Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш  мәсьәләһен тикшерҙеләр
Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш  мәсьәләһен тикшерҙеләр
Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш  мәсьәләһен тикшерҙеләр
Стәрлетамаҡта инновацион төҙөлөш мәсьәләһен тикшерҙеләр
Автор: Римма Галимова
Читайте нас