Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль , 12:30

УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ

Бөгөнгө мәғлүмәт заманында йәштәр бөтә яҡлап та үҫешергә, бар ерҙә лә өлгөрөргә тейеш. Был йәһәттән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында бөтә уңайлыҡтар, мөмкинлектәр булдырылған. Факультеттың деканы, филология фәндәре кандидаты Айнур Фәнис улы Үтәев менән әңгәмәбеҙ ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында. Ул «Тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге» автономлы коммерция булмаған ойошма директоры һәм учредителе булып та тора.

УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ
УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ

- Айнур Фәнис улы, башта һөйләшеүҙе һеҙҙең фән юлын һайлауығыҙҙан башлап китәйек әле.

 - Мин 8 февраль – Фән көнөндә тыуғанмын. 2002 йылда Стәрлетамаҡтың В.И.Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернатын тамамланым. Шағир Әҡсән Хәлилов етәкләгән «Аҡ йондоҙ» түңәрәгендә шөғөлләндем, унда ҡанат нығытҡандарҙың ижад емештәренән торған китап та сығарғарылған ине ваҡытында. 2007 йылда әле үҙем етәкләгән факультетты ҡыҙыл дипломға тамамланым. Студент йылдарында Аҡмулла стипендиаты, аспирант сағымда беренселәрҙән Зайнаб Биишева стипендияһына  лайыҡ булдым. Әйткәндәй, тыуған ауылым Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында 5 класта уҡығанда уҡ шиғыр яҙа башлағайным. Әҙәбиәткә һөйөүҙе ул саҡтағы уҡытыусым, яҙыусы Марс Нуриев уятҡайны. Юғары уҡыу йортонда филология фәндәре кандидаты Рәйсә Хәҡим ҡыҙы Илишева етәкләгән «Ашҡаҙар» түңәрәгенә йөрөнөм. Ғөмүмән, диплом эшемде лә, ғилми диссертациямды ла шиғырҙы, шиғриәтте, әҙәбиәтте төплө аңлаған кеше булараҡ, яҡланым. Институтты тамамлағандан һуң башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшкә ҡалдым һәм аспирантурала уҡып та йөрөнөм. Төрлө йылдарҙа факультеттың ситтән тороп уҡыу бүлеге декан урынбаҫары, фән буйынса декан урынбаҫары, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, шулай уҡ бер ни тиклем башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаларын башҡарҙым.

 - Һеҙҙе Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филология факультетына декан итеп ҡуйғанда һеҙ уҡыу йортон ҡалдырған ваҡытҡа тура килгәйне, ахры.

- Эйе, мин ул саҡта «Тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге» автономлы коммерция булмаған ойошма эше менән ныҡлап шөғөлләнә инем. Шул йылда аллы-артлы өс грант отторға өлгәштем – ҡала гранты, ике федераль грант. Мине саҡырып факультет етәкләргә тәҡдим яһанылар, күпмелер уйлағандан һуң ризалығымды бирҙем.

 - Тап ошо мәлдән факультетты күҙ алдына баҫтырайыҡ әле.

- Факультетта туған - башҡорт, татар, сыуаш телдәре менән бергә инглиз, рус, төрөк телдәре өйрәнелә, быйылдан туризм йүнәлешенә лә студенттар ҡабул иттек. Беҙҙең студенттар уҡыу, төрлө тәрбиәүи саралар менән бер рәттән ғилми-тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнә. Уларҙың ғилми-тикшеренеү эшен системалаштырыу, координациялауға маҡсатланған ғилми йәмғиәте лә бар. Уның ағзалар конференцияларҙы ойоштороуҙа ярҙам итеү менән бергә, башҡа студенттарға ғилми-методик ярҙам да күрһәтә, проекттар өҫтөндә эшләй, студенттарҙы үҙ командаһына ылыҡтыра. Әлегә төп маҡсат – төрлө федераль һәм төбәк гранттар конкурсына әүҙемерәк ҡатнашыу, көстө һынап ҡарау.

 - Белеүебеҙсә, факультетта ғилми- ғәмәли конференциялар ҙа йыш үтеп тора.

 - Факультетта йылына кәм тигәндә ике тапҡыр ғилми-ғәмәли конференция үткәреү йолаға әйләнде. Шуның береһе тулыһынса йәш ғалимдарҙың ғилми һәм проект эштәренә бағышлана, конференцияға ярашлы, тикшереү эштәре буйынса республика конкурсы ла ойошторола. Бында беҙҙең студенттар – Әхмәтова Диана, Йәркәева Наҙгөл, Һөйәрғолова Алина, Никитина Ольга, Рәхмәтуллина Миләүшә, Илмир Ҡотлогилдиндар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.Шулай уҡ йыл да филиалда ойошторолоп килгән «Йәштәр. Прогресс. Фән» фестивалендә башҡорт һәм төрки филология факультетында 12 – 13 секция эшләй, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар, интеллектуаль уйындар, фәнни проекттар яҡлау кеүек төрлө фәнни саралар үтә.Быйылғы йылды алһаң, беҙҙең студенттарҙың һәм магистранттарҙың төрлө ғилми журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа 100-гә мәҡәләһе донъя күргән. Ҡалала һәм райондарҙа уҙғарылған Кейекбаев, Ибраһимов, Ломоносов, Назаров, Ниғмәти уҡыуҙарын ойоштороуҙың үҙәгендә лә башҡорт һәм төрки филология факультеты студенттары һәм уҡытыусылары тора.

 - Әлеге ваҡытта ниндәй түңәрәктәр эшләй?

- Факультетта студенттар өсөн төрлө йүнәлештәге (тел ғилеме, «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад, халыҡ ижады, милли журналистика, информацион технологиялар, проект эшмәкәрлек) түңәрәктәр уңышлы эшләп килә. Шуның бер һөҙөмтәһе булып студенттарҙың төрлө конкурс-олимпиадаларҙағы уңыштары тора. Кейекбаев, Ибраһимов, Ломоносов уҡыуҙарында ла беҙҙекеләр һынатмай, тиҫтәләгән студенттарҙың сығышы юғары баһалана. Таулы Алтайҙа үткәрелгән төрки халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан да студенттарыбыҙ йыл да еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Ләйлә Абдулова I урынға сыҡты, Марсель Нурасов, Өмөтбаева Айһылыу ғилми эштәр конкурсында еңеүгә өлгәште. Бынан тыш беҙҙең студенттар фәнни эш тә алып баралар. Ғилми мәҡәләләр, докладтар менән конференцияларҙа сығыш яһайҙар, төрлө проекттар яҙалар, гранттарға заявкалар бирәләр. Был тәңгәлдә хатта беренсе курста уҡыған студенттарыбыҙ Аҙнабаева Алина, Иманғолова Мәҙинә, Мөхәтова Айһылыу, Формакидова Элина әүҙем шөғөлләнә башланы. Ә инде тәжрибәлеләрҙән – Әхмәтшина айгизәне, Ибраһимова Лилиә, Мырҙағәлина Диана, Мусина Әлфиҙә, Ғафарова Айгөлдө билдәләп үтер инем. Фәнни эштәрҙең, асыштарҙың теоретик ғилми ҡиммәте генә түгел, практик ҡулланышы ла булырға тейеш. Был йәһәттән сығарылыш квалификацияһы (диплом) эштәре ошо йүнәлештә алып барыла. Студенттарҙың ғилми эше продукт булараҡ һөҙөмтә бирергә, баҙарҙа үҙ ихтыяжын табырға тейеш. Миҫал өсөн йәйгеһен башҡарылған проект тибындағы бер генә эште атап үтәм: «Торатау» геопаркының легендалары һәм риүәйәттәре буйынса юл белешмәһе. Уникаль эш килеп сыҡты, ул өс телдә - башҡорт, рус, инглиз телдәрендә башҡаралды. Киләсәктә уның тиражын арттырыу буйынса эш алып барабыҙ. Был туризм буйынса кәрәкле ҡулланма булып тора.

- Факультет башҡа тарафтағы уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек итәме?

- Әлбиттә, башҡорт һәм төрки филология факультеты сит илдәге уҡыу йорттары менән дә дуҫтарса әүҙем бәйләнеш һалған. Сит илдәрҙән килеп уҡыусы студенттар ҙа етерлек. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың «Болашак» университеты, Е.А.Букетов исемендәге Ҡарағанда университеты менән берлектә уҙғарылған халыҡ-ара дебаттар турниры, халыҡ-ара ғилми эштәр һәм проекттар конкурстары быға асыҡ дәлил. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә, Ҡарағанда, Астана ҡалаларында үткән ғилми бәйгеләрҙә лә беҙҙең студенттар һынатмай. Мәҫәлән, быйыл халыҡ-ара ғилми эштәр конкурсында Әхмәтова Диана («Әҙәбиәт ғилеме» номинацияһында – I урын), Акилова Камила («Филологик белем биреүҙә информацион технологиялар» номинацияһында – I урын), Илмир Ҡотлогилдин («Әҙәбиәт ғилеме» номинацияһында – II урын), Ибраһимова Лилиә («Филологик белем биреүҙә мәғлүмәти технологиялар» номинацияһында – II урын), Аҙнабаев Азат («Филологик белем биреүҙә информацион технологиялар» номинацияһында – III урын), Ләйлә Абдулова («Тел ғилеме» номинацияһында – I урын), Өмөтбаева Айһылыу («Туған тел һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы» номинацияһында – II урын) яулап Башҡортостан данын лайыҡлы яҡланы. Ғөмүмән, факультеттың активы, уҡытыусыларҙың ҙур терәге булған әүҙем студенттарыбыҙ – Ярҡынбаева Наҙгөл, Мортазина Альбина, Әхмәтйәнова Фидәлиә, Ишҡоватова Алина, Әхмәтшина Айгиза, Байғускаров Булат, Якупов Аяз – өмөтлө йәштәребеҙ. Был осраҡта уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәтен дә билдәләп үтергә кәрәк, улар, ысын мәғәнәһендә, остаз булып тора.

- Магистратура буйынса ла фекерегеҙҙе ишетке килә.

- Магистратура буйынса уңышлы эшләп килгән «Хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре» ғилми-эҙләнеү семинарында магистранттарҙың үҙ хеҙмәттәрен апробация үткәреү мөмкинлеге бар. Мотлаҡ булған ғилми мәҡәләләр, курс, сығарылыш квалификация эштәренән тыш, улар үҙ көсөн етди хеҙмәттә лә һынап ҡарай.

 - Һеҙҙә студенттарҙы дәртләндереү саралары нисек ҡуйылған?

- Тағы ла шуны билдәләп китергә мөмкин: йыл да факультет студенттары төрлө юғары стипедияларға лайыҡ була. Никитина Ольга, Петров Константин, Әхмәтова Дианалар - Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте, Республика һәм ҡала башлығы стипендиаттары.

- Студенттарҙың ялы нисек ойошторола?

- Факультетта уҡыуҙан, ғилми эш менән шөғөлләнеүҙән тыш, ял итеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Йыл башында I курс студенттары мотлаҡ Торатауға экскурсияға бара. Бер-береһе менән яҡшыраҡ танышыр өсөн ойошторолған был сара хәҙер инде яҡшы традицияға әйләнде. Студенттар тарафынан факультетта төҙөлгән «Филпром» КВН командаһы Рәсәй һәм республикабыҙ тамашасыһына күптән инде таныш, унан тыш тағы «5 тин», «Быйма» командалары әүҙемлек күрһәтә. «Студент көҙө», «Студент яҙы», « Студенттар балы » кеүек йыл һайын уҙғарылған саралар студенттарҙың бейеү, йырлау, музыка ҡоралында уйнау кеүек ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә.

 - Башҡорт һәм төрки филилогияһы факультетында ниндәй йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләнә?

- 1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле; 2.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәни-мәғариф туризмы; 3.Татар һәм сыуаш теле , әҙәбиәте , сит тел (төрөк йәки инглиз теле); 4. Ситтән тороп уҡыу бүлеге (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте). Беҙҙә юғары белем биреүҙең бар 3 баҫҡысы ла бар - бакалавриат, магистратура һәм аспирантура.

 - Һуңғы йылдарҙа уҡырға килеүселәр кәмейме, артамы?

- Беҙ йыл һайын уҡырға ҡабул итеү планын үтәйбеҙ. Әммә ләкин проблемаларҙы ла таныйбыҙ. Йыл әйләнәһенә профориентация алып барабыҙ, колледж нигеҙендә эске имтихан менән ҡабул итеү ҙә ойошторолған. Икенсенән, ил буйынса демографик хәл, уҡыусыларҙың 10-11 класҡа мәктәптә уҡырға тороп ҡалмауҙары, республикала юғары уҡыу йорттарының күп булыуы беҙҙең эшкә йоғонто яһай. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең факультетта белем биреү кимәле, бындағы шарттар башҡаларҙан ҡалышмай.Беҙҙең уҡыу йортон һайлаған абитуриенттарҙы ихлас көтөп ҡалабыҙ.

 

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

Фотолар Ф.ҮТӘЕВТЫҢ шәхси архивынан.

 

 

УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ
УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ
УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ
УҠЫУ ШАРТТАРЫ БАШҠАЛАРҘАН ҠАЛЫШМАЙ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас