Мәғариф
6 Апреля , 05:20

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ

Рәсәй мәғариф министрлығы 2026 йылда мәктәпте тамамлау менән бәйле тантаналарҙы үткәреү өсөн тәҡдим ителгән даталарҙы раҫланы.

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ

Башҡортостанға ебәрелгән документҡа ярашлы, һуңғы ҡыңғырау - 26 майға, ә сығарылыш кисәләре 27 июнгә планлаштырылған. Ведомство тәҡдим иткән байрамдар программаһына патриотик йүнәлеш элементтары индерелгән. Дәүләт флагы күтәреү һәм гимн башҡарыу тантанаһын үткәрергә, шулай уҡ бер нисә балалы йәки бер нисә быуынлы ғаиләләрҙе хөрмәтләргә кәңәш ителә. Бынан тыш, уҡыусыларҙың ата-әсәләренең, шул иҫәптән дәүләт наградалары менән бүләкләнгәндәрҙең йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың сығыштары ҡаралған. Тәҡдимдәрҙә шулай уҡ сараларҙы ойоштороуҙа бөтә хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Төбәк властарына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүлергә тәҡдим ителде.

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ДАТАҺЫ МӘҒЛҮМ БУЛДЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас