

Акцияла Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се класс уҡыусыларының 60 ата-әсәһе (законлы вәкилдәре), йәмәғәтселек вәкилдәре, «Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге» муниципаль учреждениеһы начальнигы И.М.Ҡотлошин ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибен тулыһынса үтте : мәктәпкә инеү менән теркәлделәр, шәхси әйберҙәрен тапшырып, имтихан алдынан инструктаж үттеләр. Аудиторияларға кереп ултырғас та ҡабат инструктаж үткәрделәр. БДИ-ла булған һорауҙарға оҡшаш төрлө типтағы заданиеларҙан «рус теле» предметы буйынса имтихан эше тәҡдим ителде. Әйткәндәй, быға тиклем ата-әсәләр тарих, математика фәндәренән имтихан тапшырып ҡараған булғандар. Әлеге имтиханды атҡарып сығыу өсөн ата-әсәләргә нибары 30 минут ваҡыт бирелде. Әлбиттә был ваҡыт эсендә бөтә ата-әсәләр ҡушылған заданиеларҙы үтәп бөткәндәрҙер тип әйтеп булмай. Ә инде балаларға килгәндә, уларға 4 сәғәт биреләсәк бит. Шуға күрә акцияла ҡатнашыусылар сараны үткәреүҙең, акцияны үткәреү пунктында хеҙмәткәрҙәрҙең: пункт етәксеһе О.А. Аксаеваның, 5-се мәктәп директоры С. Е. Ефремованың, ойоштороусыларҙың, дәүләт имтихан комиссияһы ағзаларының изге ниәттә булыуҙарын билдәләне. Һөҙөмтәлә сығарылыш уҡыусыларының ата – әсәләре БДИ-ны баһалау процедураһына, уны объектив үткәреүгә ыңғай ҡараштарын белдерҙе. Балалар имтихандарын уңышлы тапшырһын тиергә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Анастасия АДАДУРОВА фотолары.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусы ата-әсәләргә:
Гөлзифа Хәйбуллина:
- БДИ атмосфераһын үҙебеҙҙә һынап ҡарап, балаларҙың хәлен күҙ алдына баҫтырыу өсөн был сарала ҡатнашырға булдым.
Әлфирә Бускунова:
- Сараны ойоштороусылар БДИ тәртибен ентекле аңлаттылар, уҡытыусыларҙың объектив булырына шик ҡалманы. Был һынауҙы балаларыбыҙ еңеп сығыр тигән өмөт бар.