

Акцияла Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се класс уҡыусыларының 60 ата-әсһе (законлы вәкилдәре), йәмәғәтселек вәкилдәре, “Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге” муниципаль учреждениеһы начальнигы Илшат Ҡотлошин ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибен тулыһынса үтте: уҡыу йортона инеү менән теркәлделәр, шәхси әйберҙәрен тапшырып, имтихан алдынан инструктаж үттеләр.
Аудиторияға инеп ултырғас та ҡабат инструктаж үткәрелде. БДИ-ла булған һорауҙарға оҡшаш төрлө типтағы заданиеларҙан рус теле фәне буйынса имтихан эше тәҡдим ителде. Әйткәндәй, быға тиклем ата-әсәләр тарих, математика фәндәренән имтихан тапшырып ҡараған булған. Әлеге имтиханды атҡарып сығыу өсөн ата-әсәләргә ни бары 30 минут ваҡыт бирелде. Әлбиттә был ваҡыт эсендә бөтә ата-әсәләр ҡушылған заданиеларҙы үтәп бөткәндер, тип әйтеп булмай. Ә инде балаларға килгәндә, уларға 4 сәғәт биреләсәк бит. Шуға күрә лә акцияла ҡатнашыусылар сараны үткәреүҙең, акцияны үткәреү пунктында хеҙмәткәрҙәрҙең: пункт етәксеһе О.А. Аксаеваның, 5-се мәктәп директоры С.Е.Ефремованың, ойоштороусыларҙың, дәүләт имтиханы комиссияһы ағзаларының изге ниәттә булыуҙарын билдәләне. Һөҙөмтәлә, сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре БДИ-ны баһалау процедураһына, уны объектив үткәреүгә ыңғай ҡараш белдерҙе. Балалар имтихандарын уңышлы тапшырһын тиергә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Анастасия АДАДУРОВА фотолары.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусы ата әсәләргә:
Гөлзифа Хәйбуллина:
— БДИ атмосфераһын үҙебеҙҙә һынап ҡарап, балаларҙың хәлен күҙ алдына баҫтырыу өсөн был сарала ҡатнашырға булдым.
Әлфирә Бускунова:
— Сараны ойоштороусылар БДИ тәртибен ентекле аңлатты, уҡытыусыларҙың объектив булырына шик ҡалманы. Был һынауҙы балаларыбыҙ еңеп сығыр тигән өмөт бар.