

Конкурс еңеүселәрен Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының ведомство наградалары һәм Өфө күп профилле профессиональ колледжының педагогик хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәге дипломдары менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Викторовна Антипина бүләкләне. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө лолилингваль күп профилле мәктәбенең физика уҡытыусыһы Булатова Гүзәл Марат Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының «Почетлы остаз "отличие билдәһе менән бүләкләнде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2 се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Япрынцева Розалина Радиковна Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Конкурс лауреаттарын Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов ҡотланы һәм уларға дипломдар тапшырҙы. Өфө күп профилле һөнәри колледжының педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреү Үҙәге дипломдары менән конкурс лауреаттары Морозова Елена Александровна, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5- се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе; Асҡарова Айһылыу Рәмил ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 93-сө балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопеды бүләкләнде. Өфө күп профилле һөнәри колледжының педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреү Үҙәге дипломдары менән шулай уҡ Усачева юлия Вячеславовна, Республиканың Стәрлетамаҡ ҡалаһы 23- сө полилингваль күп профилле мәктәбенең математика уҡытыусыһы бүләкләнде. Уңыштар дауамлы булһын!