

Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалалары, Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары вәкилдәре ҡатнашҡан сараның пленар өлөшөн Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Тимур Басир улы Кәримов алып барҙы. Пленар өлөштә семинарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин, “Өфө фән һәм технологиялар университеты” федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһының Стәрлетамаҡ филиалы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Павел Алешин мөрәжәғәт иттеләр.
Сараға йыйылыусыларҙың сығыштары көнүҙәк һәм бик йөкмәткеле булды. Пленар өлөштө Мәғариф ойошмаһында тәрбиә киңлеген ойоштороу мәсьәләләрен БР Мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, фән докторы, профессор Маджуга Анатолий Геннадьевич асты. “Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мәктәбе” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә белем биреү сифатын яҡшыртыуҙың яңы мөмкинлектәре тураһында БР Мәғарифты үҫтереү институтының заманса белем биреү менән идара итеү кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Вариса Асабинаһөйләне. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм психология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рәмилә Шафиғулина уҡыусыларҙы психологик-педагогик оҙатыуҙың мөһим мәсьәләләрен асты. Пленар өлөш Лена Хәйретдинованың Рәсәй Федерацияһында инклюзив белем биреү ойошмаһының типлы моделен тормошҡа ашырыу тураһындағы доклады менән тамамланды. Артабан уҡытыусылар уҡыу предметтары буйынса практикумдарҙа ҡатнашты.
Төрлө йүнәлештә алып барылған секцияларҙың береһен – туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын берләштергән практик майҙансыҡты – Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре кандидаты, доцент Луиза Кирәева алып барҙы.
“Шиғырҙы ятлау менән беренсе банк картаһын алыу араһында ниндәй уртаҡлыҡ һәм айырма бар?” тигән бик ҡыҙыҡлы һорауҙан башланды Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы Үзбәкованың оҫталыҡ дәресе. Ул татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу мәсьәләләрен практик алымдарҙа күрһәтә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 17 мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Мөхәррим ҡыҙы Хәйруллинаның сығышы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект технологияларын ҡулланыу темаһына арналды. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина башҡорт һәм инглиз әҙәбиәттәрен сағыштырма планда өйрәнеү методикаһы менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт ҙәм башҡа туған телдәр кафедраһы өлкән уҡытыусыһы Руслан Флүр улы Сөләймәнов һөнәри үҫеш өсөн булдырылған мөмкинлектәр хаҡында һөйләне.
– Практикум бик йәнле барҙы. Уҡытыусылар сығыш яһаусыларға үҙҙәренең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе төрлө яҡтан ҡарап, уртаға һалып һөйләште, – тине Луиза Риф ҡыҙы Кирәева.
Сарала шулай уҡ идара итеү кадрҙары өсөн “Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының муниципаль-ара методик үҙәктәрен булдырыу тураһында” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Семинарҙың ғәмәли өлөшө тамамланғас, эштәргә йомғаҡ яһалды һәм майҙансыҡ спикерҙарын бүләкләнде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар : мәғариф бүлеге сығанаҡтарынан алынды.
Һүҙ семинарҙа ҡатнашыусыға:
Рита ФӘТҠУЛЛИНА, филология фәндәре кандидаты, доцент, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусыһы:
Семинар-кәңәшмә бик юғары кимәлдә үтте. Сара барышында мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Киләһе уҡыу йылына мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, яңылыҡтар, талаптар хаҡында барҙы һүҙ. Семинар кәңәшмәнең икенсе өлөшө педагогик тәжрибә уртаҡлашыуға бағышланды. Төрлө майҙансыҡтарҙа уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, үҙҙәренең фәне буйынса фекер алышты. Мин үҙем туған тел һәм әҙәбиәтте өйрәнеү буйынса ойошторолған секцияла сығыш яһаным. Ғөмүмән, беҙҙең майҙансыҡта бик йәнле, файҙалы аралашыу булды.