Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Мәғариф
15 Июля , 06:35

СЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР

2026 йылдың сентябренән мәктәптәрҙә уҡыусы дисциплинаны боҙғанда ҡулланылған ҡағиҙәләр исемлеге ғәмәлгә инә.

СЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘРСЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР
СЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР

Уларҙы Рәсәй Мәғариф министрлығында билдәләйҙәр. "Дәрестә тәртип боҙған осраҡта педагог хеҙмәткәре уҡыусыға телдән иҫкәрмә яһай ала", - тип билдәләне Рәсәй Мәғариф министрлығы эксперты, балалыҡты, ғаиләне һәм тәрбиәне өйрәнеү институтының баш белгесе Марина Конева. Әгәр уҡыусы дәресте икенсе тапҡыр боҙорға тырышһа, уҡытыусы учреждениела дисциплинаны үтәү өсөн яуаплы педагогты йәлеп итергә хоҡуҡлы. Уҡыусы менән профилактик әңгәмә үткәреләсәк.  «Әңгәмә йомғаҡтары буйынса педагог уҡыусыны класҡа ҡайтарыу һәм ата-әсәһенә уның тәртибе тураһында мәғлүмәт биреү тураһында ҡарар ҡабул итә", - тип йомғаҡ яһаны эксперт РИА Новости менән әңгәмәлә. Бындай ҡағиҙәләр исемлеген Мәғариф министрлығы билдәләне. Улар 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ. Һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?

Римма ҒӘЛИМОВА.

СЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР
СЕНТЯБРҘӘН – ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас