Ашҡаҙар
+11 °С
Дождь
Мәғариф
1 Сентября , 08:35

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!

29 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда яңы белем биреү объекттарын асыуҙа ҡатнашты.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!

. Өфөлә 1 225 урынға иҫәпләнгән 88-се мәктәптең яңы корпусы асылды. Учреждениеның уҡыу йылына әҙерлеге тураһында Президентҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәктәп директоры Ольга Ануфриева хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин яңы уҡыу йылы алдынан Мәскәү дәүләт педагогия университетында булды. Сара барышында РФ Мәғариф министры Сергей Кравцов мәғариф системаһының 1 сентябргә әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

88 – се мәктәптең яңы корпусы - XXI быуаттың хәҙерге мәктәбенең сағыу өлгөһө. Бында сифатлы белем алыу өсөн генә түгел, ә һәр баланың иртә һөнәри йүнәлеш алыу һәм потенциалын асыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

 - Республикабыҙҙа үҙенең педагогия вузы булыуы, остазлыҡ системаһы аныҡ төҙөлөүе, һәр мәктәптә тиерлек педагогия кластары тупланыуы беҙгә бик ҙур бәхет булды. Аҡмулла университеты менән хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында мәктәп тулыһынса педагогик кадрҙар менән тәьмин ителгән. 1 сентябрҙә 29 йәш педагогтың педагогик эшмәкәрлеген башлауы айырыуса ғорурлыҡ», - тип хәбәр итте дәүләт башлығына Ольга Ануфриева.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: М.Аҡмулла исемендәге БДПУ сәхифәһенән.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА – ҘУР БҮЛӘК!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас