Бөтә яңылыҡтар

«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу!»: Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә яҡташтары менән осрашты

«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу!»: Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә яҡташтары менән осраштыБашҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан гөлләмә Ләйсән Үтәшева өсөн көтөлмәгән бүләк булды.

Хәйер, республика етәксеһенең V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы докладынан цитата кеүек: «Беҙҙе донъяла боронғо стереотиптар буйынса ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр булырға, Тыуған илен яратырға, уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр, һомғол буйлы булырға тейеш».
Легендар спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, билдәле телевидение алып барыусыһы һәм модель әйтеүенсә, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образы өсөн өлгө булыу уға шатлыҡ килтерә. Баҡтиһәң, күренекле гимнастка кесе ватанының иғтибарын күптән көткән икән.
«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу. Шул тиклем яҡташтарым менән осрашырға теләгәйнем, хәҙер мин бында. Башҡорт булыуым һәм ошондай тәрбиәм менән ғорурланам», — тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Әлшәй ҡыҙына муйынса бүләк иттеләр. Бөгөн милли биҙәүес яңырыу кисерә һәм Ләйсәндең стилле образына килешер, ахыры.
Асыҡтан-асыҡ аралашыуҙа танылған яҡташыбыҙ үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килеүе, ғаиләгә ҡарашы, тыуған яғына һөйөүе хаҡында һөйләне.
Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә күптән йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да республика менән бәйләнешен юғалтмаған, йыл һайын тыуған Раевкаһына ҡайта:
«Өләсәйем менән олатайымдың йорто — көс-ҡеүәт урыны, бында мин генә түгел, тормош иптәшем Павел да, балаларыбыҙ ҙа энергия туплай. Бала саҡта һәр йәйҙе Раевкала үткәрә һәм өләсәйемдең ҡушыуы буйынса һыйырҙы көтөүлектән барып ала инем. Беҙҙең өс йәшлек улыбыҙ Роберт хәҙер әсәһе шикелле һыйыр артынан барырға хыяллана»!
Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ағзалары иҫтәлеккә ҡурай һәм ҡумыҙ тапшырҙы. Милли уйын ҡоралдарынан бүләк Ләйсәнде шул хәтлем тәьҫирләндерҙе һәм ул ҡурайсы Салауатты Өфөлә үҙе менән бергә сығыш яһарға саҡырҙы. Декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында художестволы гимнастика легендаһы Ләйсән Үтәшева «Иң мөһиме хаҡында: Һаулыҡ. Спорт. Карьера» тигән ҙур семинар һәм оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Читайте нас в