Бөтә яңылыҡтар

Межгорье ҡалаһының балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороласаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты, ата-әсәләр комиссияһы ағзаларының Межгорье ябыҡ административ- территориаль берәмек хакимиәте етәкселеге менән осрашыуында шулай килешелде.

Әле ҡалалағы биш баҡсаның береһендә лә башҡорт төркөмө юҡ. Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә ярашлы, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа был йәһәттән мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышандырҙы ҡала хакимиәте башлығы Илья Терехов. Уның әйтеүенсә, туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу буйынса ла ата-әсәләр менән эште әүҙемләштерәсәктәр.

Бында тарихи тамырҙарын яҡшы белгән һәм хөрмәт иткән кешеләр йәшәй. Межгорьела үткән Шәжәрә байрамы быға асыҡ миҫал. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡаланың әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Мәхмүт Хәйруллиндарҙың нәҫел ағасы 1740 йылдан билдәле. Илмәш ҡарттың тоҡомо әле лә тыуған төйәгендә көн күрә. Мәхмүт Салауат улы оләсәһенән яҙып алған шәжәрәһен архив материалдары менән тулыландырған.

Ә бына Ильяс Яҡшыдәүләтов 20 быуынын белә. Уның нәҫеленән Ҡолман бей - заманында Иван Грозныйҙың үҙенә барып, ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлатҡан шәхес. Кесе Инйәр һәм Ағиҙелдең үрге өлөшөндәге ауылдарҙа Ҡолман бей тоҡомо йәшәй, ти Ильяс Сабит улы. Әлеге быуын данлыҡлы ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Ҡалала тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыу күҙаллана.
Читайте нас в