Бөтә яңылыҡтар

Ырымбур өлкәһендә башҡорт милли ризығын иң тәмле бешереүселәр билдәләнде

Ырымбур өлкәһенең Башкорт тарихи-мәҙәни үҙәге милли аш бешереүселәр араһында онлайн-конкурс үткәрҙе. Ул төбәктә уҙғарылған башҡорт милли аш-һыуы аҙналығын сиктәрендә ойошторолдо.

Конкурсҡа 17 эш ебәрелде. Уларҙың бер өлөшө Ырымбур өлкәһенән, атап әйткәндә Ырымбур, Орск ҡалаларынан, Александровка, Адамовка, Гай, Ҡыҙыл Гвардия, Төйлөгән райондарынан булды, ә бер өлөшө Башҡортостандың Ейнәнсура һәм Хәйбулла райондарынан килде.
«Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста тотош ғаиләләр менән ҡатнашыусылар булды. Сөнки көнкурстың төп маҡсаттарының береһе—башҡорт милли аш-һыуының серҙәрен өлкәндәрҙән йәш быуынға тапшырыу ине. Беҙ ҡатнашыусыларға рәхмәт еткерәбеҙ һәм ҡотлайбыҙ. Оло рәхмәтебеҙҙе шулай уҡ бағыусыбыҙ, фермер Тимур Мәмбәтовҡа еткерәбеҙ. Ул еңеүселәргә бүләктәрҙе тәҡдим итте»,— тип белдерҙе Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Илмир Мәмбәтов.
Конкурста еңеүселәрҙең береһе Илшат Нәҙерғолов «аш-һыу бүлмәһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» тигән ышаныуҙың ялған икәнен күрһәтте. Илшат Ырымбур ҡалаһында йәшәй, «Туҡсоран» музыкаль төркөмөнөң солисы, «Ырымбур өлкәһе ҡурайсылары берләшмәһе» етәксеһе. Ул оҫта итеп картуф менән ҡыҫтыбый бешереп күрһәтте.
Икенсе еңеүсе—Ырымбур өлкәһе Иҫәнгилде ауылынан Рәисә Сарбаева. Уға еңеүҙе бишбармаҡ килтерҙе.
https://kurultai.ru/ba
Читайте нас в