Бөтә яңылыҡтар

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

27-28 ноябрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан вәкилдәре һәм Ырымбур өлкәһе һәм ҡалаһы башҡорттары менән берлектә төрлө саралар үтә. Осрашыуҙар оффлайн һәм онлайн режимдарҙа ойошторола.
27 ноябрҙә Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы Уҡыусылар һәм пионерҙар йорто нигеҙендә ойошторолған башҡорт теле, мәҙәниәте һәм йолаларын өйрәнеү буйынса түңәрәк эшмәкәрлеге менән танышыу була. Сара 12.30 башлана.
15.30-17.00 сәғәттәр араһында Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында урындағы әүҙем йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.
28 ноябрҙә сәғәт 11.00-ҙә Башҡортостан һәм Ырымбур тарихсылары ҡатнашлығында «Ырымбур төбәге башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте» темаһына түңәрәк өҫтәл башлана. Сара Zoom платформаһы аша дистанцион рәүештә уҙғарыла. Унда йәмәғәт ойошмалары ағзалары, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих уҡытыусылары, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм мәктәп музейҙары етәкселәре ҡатнаша.
14.15 сәғәттә Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары менән шулай уҡ онлайн-осрашыу үтә.
Был саралар Н. К. Крупская исемендәге Ырымбур өлкә универсаль ғилми китапханаһының Конференциялар залында ойошторола.
16.30 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге менән танышыу.
https://kurultai.ru
Читайте нас в