Бөтә яңылыҡтар

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

18-20 мартта Пермь төбәгендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Ысынында сара 16 мартта уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһының Пермь крайы ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән онлайн-осрашыуынан башланды. «Туған тел – изге Аманат» тип исемләнгән сарала башҡорт телен ғаиләлә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды, телде өйрәтеү буйынса заманса мобиль ҡушымталар тураһында аңлатып кителде.

Бөгөн Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» журналы коллективтары, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин эш башланы. Улар балалар менән аралаша, милли кейемдә фотосессия ойоштора, төрлө уйындар үткәрә, «Нурбостан», «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтә, башҡорт уғынан атыу дәрестәре уҙғара.
kurultaibashkir
Читайте нас в