Бөтә яңылыҡтар

Кәмәлек буйҙарын гөрләттек!

Быйыл Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тула. Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға (1892-1937) һәйкәл асылды. Һәйкәлдең скульпторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Кәмәлек буйҙарын гөрләттек!

Был иҫтәлекле сарала Һамар өлкәһе вәкилдәре һәм Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, урындағы йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.

 Сара Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы артисы Илдар Әбдрәшитов башҡарыуындағы «Уралым» йыры менән асылды. Байрамды Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова алып барҙы.

 Был тулҡынландырғыс сарала сәләмләү һүҙҙәре менән Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башлығы Валерий Анцинов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн сығыш яһаны. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Һамар өлкәһенең йәмәғәт именлеге департаменты етәксеһе Юрий Иванов, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, һәйкәлдең скульпторы Хәниф Хәбибрахманов һәм Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре, режиссердокументалист Элла Дәүләтшина телмәр тотто.

Әйткәндәй, ғалимдың тыуған төйәгендә өс метрлыҡ һәйкәл Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. Был идеяны Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте хупланы.

 Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты Динар Абдуллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Бынан һуң тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы, юғары ҡунаҡтар Оло Чернигов ауылында күренекле башҡорт әҙиптәре Рәшит Ниғмәти, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшинға арналған хәтер ташына сәскәләр һалды. Ә Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Имеләй ауылында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Йыйын» өлкә башҡорт байрамы үтте. Ғөмүмән, Йыйын – ул Башҡортостанда ғына түгел, үҙҙәренең тамырҙарын, атабабаларын хөрмәт иткәндәр өсөн бик ҡәҙерле һәм яратҡан байрам.

 Был көндө ошо изге ерҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы солистары сығышын, ҡурай моңон, башҡорт халҡы өсөн үтә мөһим булған «Урал» йырын да ҙур тулҡынланыу менән тыңланы сараға килеүселәр.

Бейеү театры солистары Лилиә Зарипова менән Рим Асҡаров “Һыу буйында», «Дуҫлыҡ», «Зилалай» бейеүҙәре менән йөрәктәрҙе елкендерһә, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө «Һабантуй», «Баҫабаҫа”, «Башҡорт халыҡ йырҙарынан теҙмә», «Сонайым», «Сәмсәле ситек», «Тыуған илем» кеүек дәртле йырҙары һәм таҡмаҡтары, Айгиз Уйылданов «Һабантуй», «Ете ырыу», «Дуҫтар», «Иҫәнлектә-һаулыҡта» йырҙары менән Һамарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе хайран итте.

Ҡурайсыларыбыҙ Динар Абдуллин менән Азамат Асаинов «Аллаяр-батыр», дәтле көйҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ришат Хәмитов, Рәмил һәм Зөлфиә Әүбәкеровтар, моңло һандуғасыбыҙ Гүзәлиә Йәнғазина йөрәктәргә үтеп ингән йырҙары менән Кәмәлек буйҙарын гөрләтте.

Бай йөкмәткеле, көслө рухлы сығыштары өсөн Һамар өлкәһе халҡы Стәрлетамаҡ артистарына оло рәхмәттәрен әйтеп ҡалды.

Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл мәҙәни мираҫҡа әүерелер тип ышанабыҙ, тарихи мираҫыбыҙҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлап, киләһе быуындарға тапшырыу – беҙҙең иң мөҡәддәс бурысыбыҙ. Нәҡ ошондай әһәмиәтле ваҡиғалар тыуған ер тарихына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Екатеринбург Һабантуйында ла ҡатнаштыҡ!

Бейеү театры артистары 25 июндә Екатеринбург ҡалаһында уҙған «Һабантуй-2022» милли мәҙәни-спорт байрамында ла ҡатнашты. Унда улар «Башҡортостан», «Урал бәйете», «Дала сыңы» хореографик композициялары, «Ирәндек бөркөттәре», «Ҡуш беләҙек», «Бөрйән егеттәре», «Яйыҡ башҡорттары бейеүе», «Йәшлек» бейеүҙәре менән байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. «Сәрби» эстрадафольклор ансамбле иһә, Чебоксар ҡалаһында Сыуашстан Республикаһы көнөн байрам итеү айҡанлы, «Бөтә йырҙарыбыҙ һәм йылмайыуҙарыбыҙ һеҙҙең өсөн» тигән бик бай концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Сәрби»ҙәр сыуашса ла, башҡортса ла, татарса ла йырлап хайран ҡалдырҙы. Альберт менән Лилиә Зариповтарҙың «Зилалай» бейеүе лә шәп бүләк булды. Ғөмүмән, тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде.

Радик ҒИЗЗӘТОВ,

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары.

 Пермдә лә һабантуй шәп үтте!

9 июлдә артистарыбыҙ, башҡорт фольклор байрамы «Һабантуй-2022»-лә ҡатнашыу өсөн Пермь крайының Көнгөр районына юл тотто. Край Һабантуйы Торҡа-тамаҡ ауылында барҙы. Был көндө Пермь крайының йәйрәп ятҡан болон-ҡырҙары башҡорт моңдарына күмелде. Стәрлетамаҡ филармонияһының «Ашҡаҙар» эстрада-фольклор төркөмө һәм йырсыларҙың айырым сығыштары, ҡурай моңдары, Бейеү театрының дер һелкетеп бейеүҙәре дәррәү алҡыштарға күмелде. Тамашасылар араһынан ҡайһы берәүҙәр тамашаға ҡушылып бейергә төшөп китте хатта. Ғөмүмән, байрам күңелле үтте: ҡомарлы уйындар, спорт ярыштары, балалар өсөн күңелле уйындар һәм милли ризыҡтарҙан һығылып торған табын – барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолғайны. Асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалған милләттәштәребеҙгә шундай шәп сара ойошторғандары өсөн оло рәхмәтлебеҙ.

Лира Фәйзуллина,

филармонияның художество етәксеһе.

Кәмәлек буйҙарын гөрләттек!
Кәмәлек буйҙарын гөрләттек!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в