Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәребеҙҙе йылытты Үзбәкстан!

Күптән түгел Ташкент ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарылғайны.

Күптән түгел Ташкент ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарылғайны. Был сарала Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары ла ҡатнашты. “Башҡорт йыры – 2013” телевизион йыр конкурсы лауреаты Гүзәлиә Татлыбаева, Радик Гәрәев исемендәге йыр конкурсы лауреаты Илдар Әбдрәшитов һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы дипломанты, яугир-ҡурай-сы Батыргәрәй Вәхитов исеменә арналған ҡурайсылар конкурсында Гран-при яулаусы Динар Абдуллин Үзбәкстандан алып ҡайтҡан тәьҫо-раттары менән уртаҡлашты. Ошо уңайҙан, ҡәрҙәштәребеҙ янынан ҡанатланып, илһам алып ҡайтҡан ар-тистарыбыҙ менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
ҺОРАУ: Был мәртәбәле сарала кем-дең тәҡдиме буйынса ҡатнаштығыҙ? Байрам саралары ҡайҙа үтте?
Г.Т. И.Ә.: Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ, ундағы башҡорт милли йәмәғәтселегенең мәҙәни үҙәге саҡырыуы буйынса барҙыҡ. Улар, Үзбәкстан Республикаһының үҙаллылығына 25 йыл тулыу һәм Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уҙғарылыу уңайынан, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына концертта ҡатнашыу өсөн артистар ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Филармонияның художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы был эште беҙгә тәҡдим иткәс, шатланып риза булдыҡ. Тиҙ арала яңы аранжировкалар эшләп, ҡапыл ғына әҙерләндек тә юлға сыҡтыҡ. Сараны Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәге советы Үзбәкстандағы РФ вәкиллеге ярҙамы менән ойошторған. Байрам концерты Ташкент ҡалаһында үтте.
ҺОРАУ: Тамашасы һеҙҙе нисек ҡабул итте?
Д.А.: Күңел түренән сыҡҡан ҡурай моңдарын, халыҡ йырҙарын тамашасыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Байрамды ойоштороусы ағайҙар, беҙҙе күргәс, был йәш кенә әртистәр күңелде күрә алыр микән, тип икеләнеберәк тә ҡуйған. Сығыштарыбыҙҙы ҡарағас, шик-шөбһәләр юҡҡа сыҡты. Милләттәштәребеҙҙең өмөтөн аҡланыҡ. Уларға - беҙ, беҙгә улар оҡшаны. Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙе йондоҙ итеп хис иттек.
ҺОРАУ:Байрам концертына ниндәй йырҙар алып барҙығыҙ?
Г.Т.: Концерт Ташкент дәүләт музыкаль комедия театрының 600 урынлыҡ шығырым тулы залында Динар Абдуллиндың ҡурайҙа халҡыбыҙҙың гимны “Урал” йырын уйнауы менән асылды. Илдар Әбдрәшитов Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Уралым” йырын һәм башҡорт халыҡ йыры “Гөлкәйем”де йырланы. Милләттәштәребеҙ үҙҙәре лә сығыш яһаны. Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан Республикаларының атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Хәлдәрова матур итеп башҡорт йырҙарын йырланы. Үҙе башҡортса таҙа һөйләшә, уның әсәһе Башҡортостандан икән.
ҺОРАУ: Гүзәлиә, Стәрлетамаҡ тамашасыһы һин башҡарған халыҡ йырҙарын яратып тыңлай. Үзбәкстандағыларҙы ниндәй моң-күстәнәсең менән һөйөндөрҙөң?
Г.Т.: “Асылыҡай буйы”, “Томан”, “Йыуаса”, “Таштуғай” кеүек халыҡ йырҙарынан тыш ретро-йырҙар ҙа башҡарҙым, Бәхти Ғайсиндың “Һуңлама, кил инде!” йырын йырланым. Халыҡ туған моңдарға һыуһаған. Шөкөр, һағынып көтөп алыр милләттәштәребеҙ бар!
ҺОРАУ: Ташкент, ғөмүмән, Үзбәкстан ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
Г.Т. И.Ә: Унда энергетика ыңғай. Ҡәрҙәштәребеҙ асыҡ күңелле, киләсәктә тағы осрашыуыбыҙҙы теләп ҡалдылар. Урамдары таҙа, бер эскән кеше, сүп-сар күрмәҫһең... Итәғәтле халыҡ. Уларҙа йәшәү кимәле беҙҙекенән ҡалыша тип әйтеп булмай. Урамда тик үзбәксә һөйләшәләр. Магазиндарында Үзбәкстанда етештерелгән кейемдәр генә һатыла. Үҙҙәрендә сығарылған машиналарҙа йөрөйҙәр. Шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы, теләһә ҡайһы кафе йәки ашханаға барып инһәң дә, сәй өсөн хаҡ алмайҙар, йәғни бушҡа бирәләр. Аштары бик тәмле, итте мул итеп һалалар. Йомартлығы, тәмле-тәмле милли аштары менән таң ҡалдырҙы үзбәк халҡы!
Д.А.: Ташкент ҡалаһында 25 йыл Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Илшат Хәсәнов менән осрашып аралашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, ул үҙе сығышы менән Көйөргәҙе районынан икән. Иң күңелдә ҡалғаны – “Табассум” ресторанында мәжлес мәлендә шунда йәшәгән аҡһаҡалдарҙың боронғо йырҙарҙы матур итеп башҡортса йырлап ултырыуы. Үҙ телен, милләттәштәрен, Башҡортостанды онотмаҫҡа тырышып йәшәүҙәре һоҡландыра. Рухтары үлмәгән.
Г.Т. И.Ә.: Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, Кесе Башҡортостанды төҙөүселәрҙең береһе, ғалим Юныс Бикбовтың ейәнсәре Илмира ханым менән осрашыу бәхете тейҙе. Ул беҙгә революция ваҡытында эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып Үзбәкстанға сығып китергә мәжбүр булған ҡартатаһы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, Юныс Бикбов үҙе иҫән сағында Башҡортостанға йыш ҡайтып йөрөгән. Башта әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт мәҙәни үҙәге Зәки Вәлиди исемен йөрөтә. Унда Зәки Вәлиди исемендәге урам да бар. Данлыҡлы яҡташыбыҙға таҡтаташ эшләп ҡуйырға ниәтләнәләр.
Д.А.: Үзбәкстандың өс телевидениеһына интервью бирҙек. Улар беҙҙән тик башҡортса һөйләүебеҙҙе һораны. Русса-башҡортса һөйләнек. Үзбәк халҡына теләктәребеҙҙе еткерҙек. Беҙҙә лә шулай булһа икән, тип һоҡланып ҡайттыҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Беҙгә үткерерәк булырға кәрәк.
Г.Т. И.Ә.: Унда барып төшкәндә көндәр йылы, ҡояшлы ине, урамда футболкала ғына йөрөнөк, ҡайтып етеүебеҙгә - ҡар яуған! Бына шулай үҙебеҙҙе лә, күңелдәребеҙҙе лә йылытты Үзбәкстан.
Әңгәмәне
Читайте нас: