Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БАТЫРҘАРЫН ОНОТМАЙ СИЛӘБЕ!

Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылына ингән ерҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл асылды.

Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылына ингән урында 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында илде ҡыйыулыҡ менән һаҡлаған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына тантаналы рәүештә һәйкәл асылды.


Һәйкәлде ысынбарлыҡҡа ашырыу өсөн бер нисә йыл үтеп китә, әҙерлек эштәре 2013 йылда һәм 2016 йылда төҙөү башлана. Был ваҡыт эсендә ҙур эш алып барыла, монумент бейеклеге 7,5 метрға барып етә!

Һәйкәл яһауҙа бик күп төрлө милләт кешеләре ҡатнаша. Барыһы ла бушлай гранит, бетон, техника, төҙөү материалдары, аҡса һәм физик көс менән булышлыҡ итә. Төп ойоштороусы һәм идея авторы - Йосоп Ҡунаҡбаев булып тора. Скульпторы – Өлфәт Ҡобағошов.


Дивизия 15 тапҡыр Юғары баш командующий приказдарында билдәләнә, 4000 яугир орден һәм СССР миҙалдары менән баһалана. Шуларҙың араһында 78-енә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, биш яугир Дан орденының өс дәрәжәһенә лә лайыҡ була. Дивизияла булған бындай батырлыҡ (78 Герой) Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бүтән бер ниндәй ҙә ерҙәге ғәскәр ҡушылмаларында осрамай. Фронтҡа 112-се дивизия рәтенә Силәбе өлкәһенән иң күп һалдат ебәрелә.
Читайте нас: