Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт атлыларына һәйкәл

Силәбе өлкәһендә 112-се Башҡорт атлылары дивизияһына арналған 7,5 метр ярым бейеклектәге һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Монумент Арғаяш ауылына ингән ергә ҡуйылды.

Һәйкәлде эшләү тәҡдиме менән Силәбе ҡа-лаһында йәшәүсе Йосоп Тимерхан улы Ҡунаҡбаев сығыш яһай. Проект авторы – билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов. Йосоп Ҡунаҡбаев: “Был тиклем ҙур эшкә аҡса табыуы ҡыйын бит, бәлки, бетондан ғына ҡойоп эшләргәлер...”, – тип икеләнгәс: “Материалдан күп нәмә тора, – тип аңлата һынсы. – Гранитта, суйында мәңгелек төшөнсә ята. Ә беҙ бит һәйкәлде халҡыбыҙ тарихын килер быуындар онотмаһын өсөн ҡуябыҙ. Монументты граниттан һәм суйындан ҡойорға кәрәк.
Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: һәйкәлде ҡуйыу эшендә төрлө милләт кешеләре ҡатнашҡан. Монументты башлыса халыҡтан йыйылған аҡсаға ҡуйғандар. Бигерәк тә Көньяҡ Урал эшҡыуарҙары ҙур өлөш индергән. Улар гранит, бетон, техника, төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән. Ә скульптор эше өсөн бер тин дә хаҡ һорамаған.
«Ысынлап та, был һәйкәл – халыҡ милке, ул – халыҡтар дуҫлығының күрһәткесе булып тора», – ти ҡәнәғәт йылмайып мемориал булдырыу идеяһының авторы һәм һәйкәлде ҡуйыуҙың төп ойоштороусыһы Йосоп Ҡунаҡбаев.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: