Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡытайҙан килгән икенсе хат

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Гөлнәзирә ИШКИНИНАның Ҡытайҙан яҙған тәүге хаты менән гәзитебеҙҙең былтырғы 95-се һанында таныштырғайныҡ инде. Унан тағы бер хат алдыҡ. Гәзит уҡыусыларға уның икенсе хатын тәҡдим итәбеҙ.

Барығыҙға ла Ҡытайҙан ҡайнар сәләм! Бына инде Ҡытайҙа уҡып йөрөүемә 5 айға яҡын ваҡыт үтеп тә китте. Хәҙер инде өйрәнелде, бөтә нәмә ябай булып күренгән кеүек. Тәү килгәндә ҡытайса бер һүҙ ҙә белмәһәм, хәҙер бер аҙ аралаша алам. Әлбиттә, тел бик ауыр, әммә ваҡытында бар эштәрҙе эшләп, дуҫтар менан аралашһаң - бар эш еңел бирелә.
Ҡытай кешеләре – бик үҙенсәлекле халыҡ. Мен-талитет бик ныҡ айырыла. Әгәр беҙ, башҡорттар, тыйнаҡ, баҫалҡы, тәртипле халыҡ булһаҡ, ҡытай халҡына ҡайҙа ғына булһа ла ҡысҡырып һөйләшеү, автобус эсендә төкөрөү, төрлө биналар эсендә тәмәке тартыу, юл ҡағиҙәләренә буйһонмау хас. Бигерәк тә был күренештәр оло быуын кешеләре араһында осрай. Йәш быуындың ғөрөф-ғәҙәте бер аҙ айырыла, улар бер ни тиклем тыныс кешеләр.
Сит ил студенттарына килгәндә, һәр илдең үҙенә күрә ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Әммә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре яҡшы. Ҡайһы берҙә генә анлашылмаусанлыҡтар булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Пакистан халҡы күбеһенсә мосолмандарҙы ғына үҙ итә. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан студенттары изге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Күбеһенсә, ҡара халыҡ араһында тәртипһеҙҙәр осрай. Әммә, минең уйлауымса, ундайҙар башҡа халыҡтар араһында ла бар.
Уҡыу, аралашыуҙан тыш, ҡала буйлап экскурсияларға йөрөйбөҙ. Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт ҡалмай. Төрлө иҫтәлекле урындарҙы күргәндән һуң кәйеф тә күтәрелә. Һағыш баҫҡан саҡтар ҙа була, тик төшөнкөлөкка бирелмәйбеҙ. Көн һайын тиерлек атай-әсәйем менән һөйләшеп, кәйефте күтәреп алам.
Сит тарафта уҡыуым миңә төрлө яҡтан үҫергә ярҙам итә, был, әлбиттә, бик яҡшы күренеш. Алла бирһә, килеп сыҡһа, магистратураға ла уҡырға килергә уйлайым, сөнки бында уҡыу миңә бигерәк тә оҡшай.
Читайте нас: