Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пекинда һәм Нью-Йоркта... Башҡортса диктант яҙалар!

18 майҙа - Өфө башҡорт телендә диктант яҙыу үҙәгенә әйләнәсәк. Сараны уҙарыу тураһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда Рәсәйҙең һәм донъяның башҡа ҡитғаларының 100 мең гражданы ҡатнашасаҡ. Диктант яҙыуҙың төп майҙаны Башҡорт дәүләт университеты базаһында урынлаша. Ошонан уҡ Башҡортостандың барлыҡ территорияларында, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Силәбе, Ханты-Манты Республикаһында, Пермь, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында трансляция ойошторола. Сит илдәрҙә Монреаль, Оттава һәм Торонто (Канада), Нью-Йорк һәм Лос-Анжелес (АҠШ), Стамбул һәм Антальяла (Төркиә), Гуанчжоу һәм Пекинда (Ҡытай), Нурсолтан (Ҡаҙаҡстан) һәм башҡа урындарҙа диктант яҙыу майҙандары асылды.
Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, - ти сараны ойоштороусыларҙың береһе – Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса Фонд директоры Гөлназ Йосопова. Үҙеңдең белем кимәлеңде http://bashkdictant.ru. сайтында урынлаштырылған тест аша билдәләргә мөмкин. Сайт диктантты алыҫтан тороп, өйҙә йәки офиста, йә булмаһа яҡындағы диктант майҙанына барып яҙырға форсат бирә.
Белешмә. Башҡорт теленән диктант яҙыу Өфөлә 2014 йылдан бирле уҙғарылып килә. Быйыл республикабыҙҙың юбилей йылында диктант тәүге тапҡыр раҫланылған Халыҡ-ара статусын алды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында диктант яҙырға теләүселәрҙе йылдағыса БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (элекке Стәрлетамаҡ пединституты) Ленин урамы, 49 адресы буйынса 18 майҙа көтөп ҡалабыҙ. Башлана сәғәт 10 -да, регистрация сәғәт 9-ҙан. Яҙғанда исемде күрһәтмәҫкә лә мөмкин, был ирекле акция. Акцияла ҡатнашып, һәр милләттәшебеҙ туған телебеҙгә ихтирам хистәрен белдерә ала.
Р.САФИНА
Читайте нас: