Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙағстанда «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде

Ҡаҙағстанда «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелдеНурсолтан ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде. Картиналар башҡорт телендә русса субтитрҙар менән барҙы. Фильмдар күрһәтеүҙе «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.

Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, шулай уҡ Ҡаҙағстандың төп халҡы, студенттар, буласаҡ кинематографистар йыйылды. Фильм тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Ҡарағандан һуң улар үҙҙәренең баһаһын видеоға яҙҙырҙы.
«Экранда легендар шәхестәрҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, артабан да үҙебеҙҙең тарих тураһында фильмдар ҡарарға теләр инек. Башҡорт актерҙары менән башҡортса фильмдар — беҙгә бик яҡын, беҙгә шул етмәй. Бындай картиналар йәштәргә бик ҡыҙыҡлы, уларға дөрөҫ юлға баҫырға ярҙам итә. Башҡорт кинематографистарының премьералар менән килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ», — тине тамашасылар.
Читайте нас: