Александр Вампилов исемендәге XII Халыҡ-ара хәҙерге драматургия театр фестивале Н.Охлопков исемендәге Иркутск драма театрында уҙҙы. Фестиваль афишаһында Рәсәй, Франция, Польша, Монголия һәм Израиль спектаклдәре күрһәтелде. Айрат Абушахмановтың Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакле айырым урынды биләне – Вампилов фестивале ошо спектакль менән ябылды. «Зөләйха күҙҙәрен аса» тамашасылар араһында резонанс тыуҙырҙы, спектаклгә билеттар фестиваль башланырҙан бер нисә ай алда һатылып бөттө.
«Иркутскиҙа йәшәүселәр легендар спектакль менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре хаҡында әйтте. Илдең тарихы, олатай-өләсәйҙәре шаһит булған 30-сы йылдарҙағы ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында спектаклде ҡарау улар өсөн бик мөһим ине, — тип һөйләне актерҙар. — Тамашасылар спектаклде бер тында, ҡайһы берәүҙәр хатта баҫып ҡараны. Спектакль тамамланғас, режиссерға һәм актерҙарға театр фойеһында, грим бүлмәләрендә әллә күпме ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны».
Театр тәнҡитселәре Павел Руднев һәм Геннадий Тростянецкий спектаклдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең спектакль тураһында фекерҙәрен еткерҙе. Иркутск өлкәһе губернаторы коллективты уңышлы сығыш яһауы менән ҡотланы. Башҡорт драма театрын яңы ҡалалар көтә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» фестивалдәрҙә ҡатнашыуын дауам итә.