Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Санкт-Петербургта – Башҡортостан көндәре

Санкт-Петербургта – Башҡортостан көндәреБашҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы байрам саралары республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ойошторола.

9-12 октябрҙә Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә. Программа бик бай: оҫталыҡ дәрестәре, белем биреүсе семинарҙар, лекциялар, студенттар һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр, сәнғәт оҫталары концерты.
Өс көн буйы балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре Санкт-Петербург Милләттәр йортонда үтәсәк. Халыҡ вокалы буйынса дәрестәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева ойошторасаҡ. Ошонда уҡ Айназ Низаметдинов ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәсәк. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен яратыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре М. Горький исемендәге мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Теләгәндәргә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе Әнүәр Шафиҡов бейеү нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Республика көнөндә айырыуса бай программа көтә. Саралар Санкт-Петербург Тау университетына нигеҙ һалған Исмәғил Тасимовтың хәтер таҡтаһына, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсына һәм Пискарев мемориал комплексында урынлашҡан “Ленинград ҡалаһын батырҙарса яҡлаған Башҡортостан хәрбиҙәренә” хәтер плитәһенә сәскә һалыуҙан башланасаҡ.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург дәүләт университетына һәм Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йортона барасаҡ.
Был Дуҫлыҡ йортонда Башҡорт мәҙәниәте музейының исем туйы буласаҡ. Ҡунаҡтарға быйыл йыл башында асылған музейҙың яңы экспонаттарын күрһәтәсәктәр. Әлегә ул ҙур урын биләмәй һәм тулыланыу көтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы музейға бүләктәр тапшырасаҡ – атрибутика, дәүләт символдары, халыҡ уйын ҡоралдары һәм милли костюмдар.
Ошо уҡ көндә флешмоб үткәреү планлаштырала, байрам сараларында ҡатнашыусылар Башҡортостандың дәүләт гимнын башҡарасаҡ. Студенттар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу ҙа ошо көндә үтәсәк. “Бабич” фильмын күрһәтәсәктәр һәм ижади коллектив менән осрашыу, фекер алышыу буласаҡ.
Был көндәр сиктәрендә белем биреү өлкәһендә методик ярҙам күрһәтеләсәк. Балаларға һәм ата-әсәгә арналған саралар 12 октябрҙә “Рекорд” йәштәр йортонда ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтарҙы төрлө күргәҙмәләр көтә, белем биреү проекттарының исем туйҙары үтәсәк, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттәр биреләсәк. Башҡорт телен дистанцияла өйрәтеү курстары менән таныштырасаҡтар, уҡыусылар өсөн Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса квест үтәсәк.
Был көндәрҙең иң сағыу сараһы – тантаналы йыйылыш, унда Башҡортостандың һәм Санкт-Петербургтың рәсми делегациялары ҡатнашасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Санкт-Петербург башҡорттарына башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡытыу-методика комплекттары, атрибутика, дәүләт символикаһы, милли костюмдар бүләк итәсәк.
Саралар ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Унда Башҡортостан йондоҙҙары, Санкт-Петербургтың фольклор коллективтары ҡатнашасаҡ. Концерттың төп йондоҙҙары – “Арғымаҡ” төркөмө.
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас: