Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡазанда башҡорт көйҙәрен өйрәнәләр

Ҡазанда башҡорт көйҙәрен өйрәнәләрТатарстанда уҙған башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала.

Сара сиктәрендә урындағы халыҡҡа йыр, бейеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, башҡорт фильмдары күрһәтелә. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов дәрескә килеүселәргә башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәтә.
Татарстанда башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре урындағы фольклор ансамблдәре һәм Башҡортостандың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ҙур концерт менән тамамлана.
БЮТ.
Читайте нас: