Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале була

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале була27 октябрҙә Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған байрам — XVII Төбәк-ара Башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.

Фестивалдә Екатеринбург ҡалаһы, Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Төмән өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнаша. XVII фестивалдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистарының байрам программаһы менән сығыш яһауы көтөлә.
Фестиваль барышында көндөҙгө сәғәт 2-лә Мәҙәниәт һарайының мәрмәр залында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Урта Уралдың Традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге, Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһының Халыҡ ижады йорто күргәҙмәһе асыла, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре була.
Читайте нас: