Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы ансамблдәргә милли кейемдәр бүләк итте. Сараны ябыу көнөндә рәсми осрашыуҙар, стратегик сессиялар үтте, Татарстан башҡорттары ҙур концерт менән сығыш яһаны. БСТ каналы хәбәрсеһе Вадим Лаврентьев дауам итә.
Татарстан башҡорттарының күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Ҡазанда ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар менән Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов шөғөлләнде.
Татарстандың халыҡтар дуҫлығы йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе алып бара.
Ҡазанда яңы башҡорт ансамбле барлыҡҡа килде. “Аҡ тирәк” төркөмөнә милли кейемдәр, музыка ҡоралдары бүләк ителде.
Гөлшат Әхмәҙиева Свердловск өлкәһенән, әле Ҡазанда юғары уҡыу йортонда белем ала. Гөлшат шәжәрәһен өйрәнеп башҡорт икәнен белеп ҡала.
Башҡортостан Мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре барышында рәсми вәкилдәр осрашыуы уҙҙы. Унда яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтереү буйынса фекер алышты. Айырыуса туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелде.
Рәсми вәкилдәр менән осрашыу барышында милләттәштәрҙе борсоған һорауҙар күтәрелде, яңы проекттар менән таныштырыу булды.
Мәғрифәт һәм мәҙәниәт көндәренең рәсми саралары сиктәрендә республика вәкилдәре Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нинель Юлтыеваның ҡәберенә сәскә гөлләмәләре һалды. Мәшһүр балет оҫтаһы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ҡазанда йәшәп ижад итә.
Беҙҙең республиканан байтаҡ шәхестәр Татарстанға күсеп абруй ҡаҙанған. Бөгөн егеттәр һәм ҡыҙҙар Ҡазан юғары укыу йорттарында белем ала. Хәйер, улар республика етәкселеге саҡырыуын ҡабул итеп Башҡортостанға ҡайтырға теләй. Әле улар тыуған яҡтарына сәләм еткереп ҡалды.