Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Анкарала Башҡортостан Республикаһының Төрөк Республикаһындағы вәкиллеге асылды

14 декабрҙә Анкарала Генджехан Тунайҙың йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты вәкиленең офисы асылды.

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендәге республика делегацияһы ҡатнашты.
Йәмәғәт башланғысындағы вәкил 2019 йылдың 26 сентябренән алып Төрөк Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының мәнфәғәттәрен күрһәтеү буйынса килешеү нигеҙендә эшләй.
Генджехан Тунай Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының мәнфәғәттәрен күрһәтә, Башҡортостан тауар етештереүселәренең продукцияһын Төркиә баҙарына сығарыуға, Башҡортостандың Төркиәлә бизнес-миссия, конгресс-күргәҙмә һәм башҡа сараларын уҙғарыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Вәкиллек офисында Сауҙа йортон асыу, унда Башҡортостан тауар етештереүселәренең даими күргәҙмәләрен, презентацияларын үткәреү күҙаллана.
Башҡортостан предприятиелары үҙҙәренең продукцияһын Төркиә баҙарына сығарыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ Төркиә компаниялары менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн йәмәғәт башланғысындағы вәкил адресына туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Башинформ.
Читайте нас: