Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Халҡымды яратам... Мин - уның бер вәкиле.

... Өфөнән ҡайтып килешләй Инйәрҙә кафеға инһәм, унда кеше туп-тулы.

Сиратта торорға бөтөнләй яратмайым, кире сыҡтым. Ә минең менән бергә машинала өс вахтасы егет ҡайтып килә ине. Икәүһе бер туҡтауһыҙ йүткерә. Шулар эскә инмәй, машина янында тапанып тора. Кафеға инмәгәстәре, моғайын, аҡсалары юҡтыр, тип, егеттәрҙе йәлләп, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе ашатып сығарам, тип өндәштем. Юҡ, кәрәкмәй, рәхмәт, тиештеләр. "Әллә аҡсаһыҙ ҡайтып киләһегеҙме, тип борсолдом", - тим. Аҡса бар, үҙебеҙ һеҙҙе һыйлай алабыҙ, тик тиҙерәк өйгә ҡайтып етке килә, тигәстәре, айырата йәлләнем үҙҙәрен. Машинаға ултырышҡас, береһе, рус егете: "Сразу понятно, что мы - дома. Кешеләр изге күңелле, үҙебеҙҙең башҡорттар ҡунаҡсыл, сит кешене лә ашатырға ғына торалар", - тип маҡтамаһынмы! Рәхәт булып китте "үҙебеҙҙең башҡорттар" тигән һүҙенән. Мәскәүҙән ҡайтып килеүҙәре икән. Унда халыҡ зерә яуыз, ҡаты, һалҡын, битараф, тинеләр. Ә беҙ - һәйбәт!???????????????? Их, рәхәт!
Гүзәл булмышлы халҡымды яратам... Мин - уның бер вәкиле.
Айлибаныу Ҡаһарманова.
Читайте нас: