Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йолаға әүерелгән Мәскәү Һабантуйы онлайн уҙғарыла

Йолаға әүерелгән Мәскәү Һабантуйы 4 июлдә онлайн уҙғарыла. Йыл һайын «Коломенское» музей-ҡурсаулығындағы сағыу этно-мәҙәни сараға бөтә донъянан ҡунаҡтар йыйыла ине.

Ләкин коронавирус пандемияһы сәбәпле Мәскәүҙә күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы тыйыуға бәйле «Һабантуй-2020» байрамын интернет-майҙансыҡтарҙа онлайн үткәрергә хәл ителде.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, программала байрамдың туғандаш халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен сағылдырған төп ваҡиғалары һаҡлана. Ете онлайн-урында тамашасыларға милли көрәш, халыҡ уйындары, эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт программаһы, милли маркет, аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары, шулай уҡ танышыу һәм йәштәр проекттары өсөн виртуаль киңлек, уникаль контент, интервью, илдең һәм донъяның төрлө төбәктәренән тура бәйләнештәр тәҡдим ителә.
Һабантуйҙың яңы форматы сараның аудиторияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә – халыҡтың яратҡан байрамын 1 миллиондан ашыу кеше ҡарай ала. Трансляция Мәскәү татарҙары автономияһы сайтында алып барыла.
«Илебеҙ граждандары өсөн ошо еңел булмаған осорҙа Һабантуй ойоштороу йолаһын һаҡлап ҡалыу, халыҡтың берҙәмлеген, мәҙәниәткә, йолаларға булған һөйөүҙе һәм бер нәмәгә ҡарамаҫтан милли сараларҙы уҙғарыу мөһимлеген күрһәтеү ҙур әһәмиәткә эйә», — тип билдәләне байрамды ойоштороу комитеты.
Байрамды ойоштороусылар – Мәскәү Хөкүмәте, Татарстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән берлектә Мәскәү ҡалаһының Татар милли-мәҙәни автономияһы советы.
Башинформ.
Читайте нас: