В. ПУТИН, Рәсәй Президенты: “Һөҙөмтәләрҙе халыҡ ҡағыҙҙа күрергә түгел, ә ғәмәлдә тойорға тейеш”
Был йәһәттән йәмғеһе 12 йүнәлеш буйынса эш алып барыла: һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, юлдар, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инрфраструктура. Беҙ уларҙың бер нисәһенә туҡталып китмәксебеҙ.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан етәксеһе:
- Рәсәй Президенты Милли проекттары 2024 йылға ҡәҙәр. Иманым камил, был беҙҙең өсөн алға ынтылыш, бөтә ил өсөн алға табан ҙур аҙым. Беҙ был аҡсаларҙы урларға юл ҡуймаясаҡбыҙ!
Ағымдағы йылда был проект сиктәрендә республика 34,2 миллиард һум аласаҡ, ә алты йылда йәмғеһе – 175,1 милилиард һум. Шулай итеп, нимәгә сарыф ителәсәк һуң был аҡсалар?
Һаулыҡ һаҡлауға – 16,4 млрд һум
4,9 милилиард һум йөрәк өйәнәге, яман шеш менән көрәшкә, яңы балалар поликлиникалары төҙөүгә тотоноласаҡ. Был өлкәгә алты йылда 16,4 милилиард һум йүнәлтеү ҡаралған.
Белем биреүгә – 17,5 млрд һум
Киләһе алты йылда 17,5 млрд һум (2019 йылда 4,9 млрд һум) ярҙамында заманса мәктәптәр төҙөүгә, уңышлы уҡыусылар, уҡытыусылар әҙерләүгә тотоноласаҡ.
Мәҙәниәткә - 6,3 миллиард һум
* Төпкөл ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарын тергеҙеү. До 2024 йылға республика ауылдарында бер мәҙәниәт учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ һәм 26 мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөләсәк. Был маҡсатта 2,1 млрд һумдан ашыу аҡса һалынған.
* Үҙ коллективы булмаған ауылдарға 10 күп функциялы күсмә мәҙәниәт үҙәге (автоклуб) һатып алынсаҡ
* Интернетҡа инең юлы менән яңы модулле китапханалар асыласаҡ.
* Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе һәүәҫкәр ижади коллективтарға ярҙам итеү өсөн грант биреләсәк.
* Торлаҡ төҙөлөшө күләмен 1,5 ярым тапҡырға арттырырға (йылына 2,3 -тән алып 3,7 млн кв. м-ға тиклем). Республика етәксеһе Радий Хабиров был бурыстар амбициялы, әммә маҡсатҡа ирешерлек. Шуның менән республикала 135 мең «квадрат»тан да кәм булмаған социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш.
* Торлаҡ- өсөн аҡса туплау програмаһында ҡатнашыусылар һанын 4500-дән 9000-гә тиклем ике тапҡырға арттырыу. Ошо маҡсатта Башҡортостан етәкселеге программала ҡатнашыусылар өсөн «Уралсиб» банкы менән ипотека ставкаһы 5,5 процентҡа тиклем кәметелгән килешеү төҙөгән дә инде.
* Авария хәлендәге дөйөм майҙаны 22,9 мең квадрат метр торлаҡта йәшәүселәрҙе күсерәсәктәр.
* 2019 йылда 142 йәмәғәт территорияһын – парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү урындарын төҙөкләндерәсәктәр.
Демографияға – 34,4 млрд һум
Республиканың тотороҡло үҫешендә ғаиләләргә финанс яҡтан булышлыҡ итеү – ҙур талап. Мәҫәлән, бала тыуғанда йәки ҡартайған көндә ғаилә ошондай ярҙамға мохтаж. Әлеге йәһәттән 34,4 млрд һум тотонолоу ҡаралған.
Экологияға - 45,1 миллиард һум
2024 йылға Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәр бөтөрөлөргә һәм сүп-сар ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. 2019 йылда Башҡортостанда 16 сүплекте юҡҡа сығарасаҡтар: Өфө ҡалаһы эсендә (11 сүплек) һәм Нефтекама ҡалаһында (5 сүплек). Улар барыһы – 25. 2024 йылға хәүеф янаған объекттар бөтөрөлөсәк: Стәрлетамаҡ районындағы «Михайловка» сәнәғәт сүплеге, элекке «Уфахимпром» аай майҙанындағы шлам йыйыу, Семеновка алтын сығарыу фабрикаһы территорияһы.
* БР Экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала йыл һайын ике тоннаға яҡын ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. Уларҙы эффектлы эшкәртергә кәрәк. Республиканың Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында яңы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарын проектлайҙар.
* Һыу сифатын яҡшыртыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау һәм модернизациялау өсөн Башҡортостан беренсе тапҡыр 4,2 млрд һум күләмендә аҡса аласаҡ.
* Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнарен, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 29 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.
Башҡортостанда алты йыл эсендә 380 миллиондан ашыу ултыртыу материалдары булдырырға һәм урман янғындарын кәметергә кәрәк. Башҡортостан властары урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн махсус техника һатып алырға 2024 йылға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүләсәк. Быйыл 22 берәмек техника һатып алынасаҡ.
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдарға - 33,4 млрд һум
Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 24 миллиарды берләштерелгән республика ҡаҙнаһынан бүленә.
* Быйыл Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө башланасаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 3,5 млрд һумға торош итә, объект 2021 йылға тапшырылырға тейеш. Яңы күпер һалыуға федераль юл агентлығы 2,5 млрд һум бүләсәк.
* Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһенән һалынған «Өфө-Ырымбур» Р-240 автомобиль юлы 4 полосаға тиклем киңәйтелеп яңыртылып ҡороласаҡ. Быйыл йыш авариялар осраған урындарға ҡағиҙәләрҙе теркәүсе 430 стационар фото-видео күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ.
* Юл-транспорт ҡорбандарының һаны 2017 йылға ҡарата өс тапҡырға түбәнәйергә тейеш.
Хеҙмәт етештереүен арттырыу һәм эш менән тәьмин итеүҙе дәртләндереүгә - 1,2 млрд һум
Милли проект предприятиеларҙың хеҙмәт етештереү сифатын арттырыуҙы ҡеүәтләй. Компанияларға административ ҡаршылыҡтарҙы юҡ итергә, экспорт потенциалын үҫтерергә, яңы эш урындарын булдырырға, кешеләрҙе яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм хеҙмәт етештереүен арттырыу программаһында ҡатнашыусыларҙы ишәйтеү ҡаралған. Әлеге мәлдә был программала 20 предприятие ҡатнаша, йыл аҙағына улар 50 етәсәк.
Был маҡсатҡа ирешер өсөн идара итеүсе кадрҙарҙы стажировкалау һәм өйрәтеү үткәреләсәк, мәшғүллек үҙәген яңыртыу, етештереү процестарын оптимәлләштереү һәм башҡа эштәр башҡарыласаҡ.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - 4,8 млрд һум
* Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны 1,3 тапҡырға, йәғни эшҡыуарҙарҙың һаны 2024 йылға тиклем 19-ҙан 25 миллионға тиклем артырға тейеш. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур бизнестың ҡулы барып етмәгән урындарҙы тултырырға тейеш.
* Ошо көндәрҙә «Минең бизнес» эшҡыуарҙар үҙәге асылды, был күп функциялы үҙәккә һәр теләгән кеше мөрәжәғәт итеп үҙенең бизнесын үҫтереүгә ҡағылышлы консультация һәм мәғлүмәт ала ала. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14.
Ошонда уҡ “Киләсәк фабрикаһы” коворкингүҙәге урынлашҡан. Уның маҡсаты – төрлө кимәлдәге белемле эшҡыуарҙарҙы берләштереү. Уларға ҡуртымға бина өсөн аҡса сарыф итмәүгә уңайлы буласаҡ. Йүнселдәр үҙәктә тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлаша ала. Йәштәр инновация ижады үҙәге, бизнес-акселератор, бизнес-инкубатор, технопорт, халыҡ кәсептәре үҙәге, һөнәрселәр эшмәкәрлеге, социаль эшҡыуарлыҡ, инжиниринг өсөн айырым бүлмәләр ҙә заман талабынан сығып булдырылған.
2019 йылда ошондай уҡ үҙәкте Нефтекама ҡалаһында ла асыу планлаштырыла. Иң беренсе технопорттар, йәғни ҙур булмаған сериялы етештереү майҙандары ла барлыҡҡа киләсәк. Өфөлә «Эшҡыуарҙар йорто» булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала. Унда йәштәрҙең инновацион ижад, инженерлыҡ, дөйөм ҡулланыу һәм социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәре урынлаштырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүселәрҙең һаны йыл аҙағына тиклем 415 мең кешегә тиклем етергә тейеш.
*2024 йылға республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары өлкәһендә эшләүселәр 18 мең кешегә тиклем етергә тейеш.
Халыҡ-ара кооперацияға һәм экспортҡа - 4,93 млрд һум
* 2024 йылда эскпортҡа ебәрелгән сеймал булмаған тауарҙың күләме 3,8 млрд долларға етергә тейеш. Ә агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортлау 76,3 млн долларҙан өс тапҡырға артып, 230 млн доллар тәшкил итергә тейеш.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортында авиация йөк комплексы төҙөү (480 млн һум) планлаштырыла. Ул Өфөгә йөк ташыуҙы арттырасаҡ.
* Башҡортостан фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнашасаҡ. Заявка раҫланһа, 2020 йылда төбәктә университеттар кооперацияһын, фәнни ойошмалар һәм комплекслы фәнни-техник проекттар сиктәрендә иҡтисадтың корпоратив секторын тәьмин итерлек берҙәм һанлы платформа барлыҡҡа киләсәк.
* Республиканың йәш ғалимдары 2019 йылда үҙҙәренең фәнни проекттары өсөн 1 миллион һум алыуҙары ихтимал. Ошондай тәүге гранттар30 йәш ғалимаға 2018 йылда бирелде лә инде.
Һанлы иҡтисадҡа – 600 миллион һум
2024 йылға тиклем республикала 1200 мәктәп, колледж һәм лицей, 2060-тан ашыу фельдшер-акушер пункттары, 280-гә яҡын биләмә хакимиәттәре киң форматлы интернетҡа тоташтырыласаҡ.
– Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияларҙы индереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар биреләсәк, - ти Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.
Барлыҡ милли проекттар бер-береһе менән үҙ-ара яраҡлаштырылған. Һиҙелерлек уңыштарға ирешеү өсөн ныҡлы тырышлыҡ кәрәк. Әммә иң төп маҡсат – рәсәҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, алты йылдан һуң улар: “Миңә үҙем йәшәгән тормош оҡшай”, - тип әйтерлек булһын.