Барлығы 67 берәмек махсус техника алынасаҡ, ул сирҙе диагностикалау һәм дауалау өсөн кәрәк. Башҡортостан кешеләренең үлем сәбәптәре араһында онкосирҙәр икенсе урында килә. Әле сирҙең “йәшәреү” тенденцияһы күҙәтелә, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә яраҡлы йәштән өлкәнерәктәр араһынд ла сирлеләр арта. Бынан тыш, республикала яман шеш менән сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә.