Балалар баҡсаһында урындар булдырыу өсөн ҡаланың яңы биҫтәһендә 33-сө балалар баҡсаһы төҙөлгәйне. Әммә яңы бина оҙаҡ эшләй алманы, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уның стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килде. Балаларҙы ҡурҡыныс аҫтында ҡалдырмаҫ өсөн яңы учреждениены ябып торҙолар. Ғәйеплеләрҙе билдәләү өсөн суд эштәре башланды, шулай ҙа был хәл ыңғай тамамланды, проект яһаусы менән төҙөүселәр бер фекергә килеп, бинаны ремонтларға булды. Бында стеналар, ҡыйыҡ нығытылған, ярыҡтар ямалып, буялған. Эштәр тамамланғандан һуң балалар баҡсаһы 40 баланы ҡаршы алған да инде. Сафҡа ингән учреждение етәксеһе менән Владимир Иванович бинаны ентекләп ҡарап сыҡты һәм балалар, ата-әсәләрҙең ниндәй кәйефтә килеүҙәрен һорашты. Барыһы ла яҡшы булыуын белгәс, уңыштар теләп, артабан юлландыҡ.
Пантелькин урамында ремонт барғанын күптәр белә, бигерәк тә Салауат ҡалаһы яғына барыусылар, сөнки юл
ябылып торҙо. Әйткәндәй, был юл – милли проекттың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» йүнәлеше буйынса ҡалала
эшләнеләсәк юлдарҙың тәүгеһе. – Был юлда юғары сифатлы ҡатнашманан торған «А-1» маркалы яңы асфальт һалына. Быйыл милли проект сиктәрендә ҡалала бөтәһе 13 юл яңыртыласаҡ, – тине Владимир Куликов эштәр тураһында.
Әйткәндәй, юл һалыусыларҙың эштәре ырамлы барҙы, юл асылды ла инде. Машиналар хәҙер тигеҙ юлдан ғына елдерә.