Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июнь 2019, 09:41

Артта ҡалырға ярамай!

Ҡала хакимиәтендә подъездарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән сираттағы кәңәшмә үтте. Сарала хакимиәт башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Илдар Ғарифуллин, ошо уҡ бүлектең начальник урынбаҫары Илнур Атласов, шулай уҡ идара итеүсе һәм подряд ойошмалар, телекоммуникацион системалар менән эш итеүсе компания вәкилдәре ҡатнашты.

Бөгөн ремонт 38 күп фатирлы йорттоң 127 подъездында һәм 109 йорттоң 355 подъездында башҡарыла. Уларҙы быйыл тамамларға тейештәр. Беренсе этап 15 июндә тамамланды. Дөйөм алғанда, подряд ойошмаларҙың эшен ҡәнәғәтләнерлек тип атарға була. Ваҡытында эштәрен тамамлап өлгөрмәгән ойошмалар ике смена эшләйәсәктәр, сөнки икенсе этапҡа күскәндә артта ҡалырға мөмкин булмаясаҡ. Милли проектҡа ярашлы, эштәр сифатлы башҡарылырға һәм ваҡытында тамамланырға тейеш. Кәңәшмәлә ошолар хаҡында билдәле булды.
Икенсе этапта ла эштең сифатына контролде кәметмәйәсәктәр. Подряд ойошмаларға һәм идара итеүсе компанияларға эште башҡарыуҙа артта ҡала ҡала башлағанда килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙың сәбәбен алдан хәбәр итергә ҡушылды.
Р.ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: