Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2019, 09:35

Милли проект: киләсәктә эш урының йортоңда буласаҡ

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы 100 йыллығын билдәләне. Уның күптән түгел үткәрелгән 108-се сессияһы ошо юбилейға арналды һәм унда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та сығыш яһаны. Ул ойошманы донъяның иң оло һәм абруйлы структураһы тип атаны һәм уның хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәтен эҙмә-эҙлекле яҡлауына, уларҙың лайыҡлы эш шарттары булыуы, социаль яҡланыуы өсөн көрәшенә юғары баһа бирҙе. Заман уҙа барған һайын хеҙмәт тә үҙгәреш кисермәй ҡалмай. Донъяла, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ул ниндәй йүнәлештә барасаҡ?

Өсмөйөш эсендә бәхәс тыумай
– Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы эшлә­гән конвенциялар күп дәүләттәрҙең хеҙмәт ҡануниәте нигеҙендә ята, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, – тине Дмитрий Медведев, сессия трибунаһынан сығыш яһап. – Бөгөн, икенсе йөҙ йыллыҡ эшмә­кәрлеген башлап, ойошма хеҙмәт мөнәсәбәттәренең киләсәге тураһындағы иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе йәнә иғтибар үҙәгенә ҡуя. Уларҙы хәл итеү өсөн ойошманың сәйәсәткә бәйле булмаған бай тәжрибәһе, үҙ-ара мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу буйынса бай ғәмәли эшмәкәрлеге бар.
Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе әйтеүенсә, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының эше үҙенсәлекле һәм фәһемле: бында дәүләттәр, башҡа күп майҙансыҡтарҙағы кеүек, бер-береһе менән бәхәсләшмәй, ә профсоюздар, эш биреүселәр һәм хөкүмәттән торған өсмөйөш эсендә хәрәкәт итә. “Трипартизм” тип аталған был ысул үҙенең йоғонтоло эшләй алыуын ХХ быуат барышында тулыһынса күрһәтте. Беҙҙең илдә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия булдырылыуы – яңы Рәсәйҙең тәүге ҡануни ҡарарҙарының береһе. “Ошо механизм беҙгә ҡатмарлы 90-сы йылдарҙы ла, быйылғы йөҙ йыллыҡтағы иҡтисади бөлгөнлөк осорҙарын да имен-аман үткәреүгә булышлыҡ итте”, – тине Дмитрий Анатольевич.
Үҙгәрештәр барыбер кәрәк
Хәҙерге шарттарҙа ошо трипартизм тәжрибәһе билдәле төҙәтеүҙәр, ентекле уйланылған тигеҙлек талап итә һәм Ха­лыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының эшмә­кәрлеге шуға йүнәлтелә. Бөгөн иғтибар үҙәгендә – корпорациялар һәм дәүләттең түгел, ә эшләп йөрөгән халыҡтың мән­фәғәттәре. Тағы ла анығыраҡ әйткәндә – һөнәрмәндәр бағлаған өмөттәр.
Кеше тормошон һәм уның етеш йә­шәргә өлгәшеүен хәҙерге үҫештең төп маҡсаты итеп таныу предприятиелар һәм дәүләттең сәйәсәтен дә үҙгәртергә мәжбүр итә. Сәйәсмәндәр таныуынса, был тарихи процесс теге йәки был йәм­ғиәт­тең үҫеш кимәлен дә билдәләйәсәк.
Эш һәм һөнәри уҡыу барышын ойоштороуҙа ла яңы алымдар барлыҡҡа килер тип көтөлә:
1) кешенең бөтә хеҙмәт карьераһы барышында уҡыу һәм оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеге булырға тейеш. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының Глобаль комиссияһы әҙерләгән һәм әлеге сессияның йомғаҡлау документы булып торған “Яҡшыраҡ киләсәк өсөн эшләргә” исемле докладта шул билдәләнә. Ҡатнаш һәм бөтөнләй яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереү, белдеклелекте арттырыу кешегә бер нисә һөнәри ғүмер кисереү форсаты бирә. Иң мөһиме – ундай белгескә хеҙмәт баҙарында һорау һәр саҡ ҙур, сөнки технологиялар күп эш урындарын үҙгәртә бара;
2) хеҙмәттең йөкмәткеһе генә түгел, үлсәмдәре лә үҙгәрә. Был йәһәттән Дмитрий Медведев Европа ядро тикшере­неүҙәре үҙәгенә сәфәрен иҫкә төшөрҙө: ул бер ҡайҙа сыҡмайынса эшләргә лә, йәшәргә лә мөмкинлек биргән комплекс икән.
– Заманса технологиялар үҫә бар­ған­да, күп кеше өсөн үҙ йорто эш урынына әйләнәсәк, – тине Дмитрий Медведев.
Алыҫтан тороп эшләү һәм тулы булмаған мәшғүллек әле үк бик тиҙ тарала. Фрилансерҙар ҙа хәҙер ҙур социаль төркөмгә әйләнде. Был мәшғүллек дәүләт сиктәрен дә танымай, милли баҙар менән дә сикләнмәй. Һанлы технологиялар кешеләргә енесенә, йәшенә, социаль статусына һәм йәшәгән урынына ҡара­маған сикһеҙ мөмкинлектәр бирә. Һәләтле белгестәр һәр саҡ үҙенә шөғөл таба аласаҡ.
Шуға бәйле, эш биреүселәр киләсәктә үҙ хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәтен һәр саҡ иҫәпкә алырға мәжбүр буласаҡ. Технологик прогресс хеҙмәт урындарын ғына түгел, ә эш ваҡытын да ҡыҫҡарта, ял осорон оҙонайта. “Киләсәктә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсә башлауҙары ла бик ихтимал”, – тине Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе. Быға миҫалдар әле үк бар. Бер Яңы Зеландия компанияһы дүрт көнлөк эш аҙнаһына күскән. Эш хаҡы, әлбиттә, һаҡланып ҡалған. Һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеге 20 процентҡа артҡан, хеҙмәткәрҙәрҙең эштә арыу кимәле ҡырҡа кәмегән.
Эшеңде яратһаң, эшләмәҫһең
Күп төшөнсәләр һәм йүнәлештәр ҡат­марлы килеш ҡалыуын дауам итә. Уңыш һәм табыш артынан ҡыуыу хроник стрес­ҡа алып килә, теге йәки был хеҙмәткәрҙең “эштә яныу” осраҡтары аҙ түгел. Был иһә хеҙмәт етештереү­сәнлеген кәметеүгә һәм иҡтисади күрһәткестәрҙең түбәнә­йеүенә алып килә. Быуаттар төпкөлөнән үк Конфуций ҡалдырған һүҙҙәрҙе белә­беҙ: “Күңелеңә оҡшаған эш һайла һәм ғүмереңдә бер көн дә эшләмәйәсәкһең”. Әммә эштәге тырышлыҡтың да сиге булырға тейеш, кеше организмының туҙыу һәләтен дә оноторға ярамай.
Үҙ яғынан дәүләт тә кешеләрҙең заманса талаптарына яуап табырға тырыша. Был йәһәттән Дмитрий Медведев Рәсәйҙә былтыр 12 милли проектты эш­ләтеп ебәреү тураһында һөйләне. Улар араһында хеҙмәт етештереү­сәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү проекты ла бар. Тотош даирәләр һәм институттарҙы кешеләр мәнфәғәтендә үҙгәртеп ҡороу, һалым системаһын шуға яраҡлаштырыу күҙ уңында тотола.
– Әлбиттә, бында иң мөһиме – һалым түләтеү бурыстары түгел, ә хеҙмәткәрҙең, эш биреүсенең һәм дәүләттең үҙ-ара ышанысы, – ти Хөкүмәт етәксеһе. – Сөнки бында маҡсат һалым йыйыу ғына түгел, ә миллиондарса кешене рәсми мәшғүллек майҙанына сығарыу, бының өсөн асыҡ һәм йәлеп итерлек шарттар булдырылырға тейеш.
Беҙ – иң ҙур революция кисергән ил
Хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәр менән бөтә илдәр ҙә осраша, шуға күрә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү барлыҡ донъяның тырышлығын, уртаҡ ысулдар билдәләүен талап итә. Шул уҡ ваҡытта беҙ күҙәткән һәр төрлө санкциялар, сауҙа һуғыштары хәлде ҡатмарлаштыра ғына, хеҙмәт баҙарына ла улар кире йоғонто яһамай ҡалмай. Компаниялар һәм ойошмалар үҙ-ара ыҙғышта ҡатнашырға мәжбүр ителә.
– Беҙҙең ил йөҙ йыл элек донъя та­ри­хындағы иң дәһшәтле революция ки­сергән, шуға күрә социаль үҙгәрештәргә, йәмғиәттең яңыса талаптарына ваҡы­тында һәм тейешле кимәлдә яуап бирер­гә кәрәк икәнлеген үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып беләбеҙ, уларҙы һанға һуҡмау һәр саҡ айырым дәүләт өсөн генә түгел, ә донъя кимәлендәге глобаль мөнәсәбәттәрҙә лә фажиғәле эҙемтәләргә килтерә, – тине Дмитрий Медведев.
Социаль ризаһыҙлыҡ плане­таның әле бер, әле икенсе мөйөшөндә тоҡана. Һуңғы тиҫтә йылда Европала һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә радикаль, популистик сәйәси көстәрҙең йоғонтоһо арта барыуы – халыҡтың үҙ тормош кимәле түбәнә­йеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһе ул.
Һөнәр алмаштырыу ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк
Бөгөнгө хеҙмәт баҙарының үҙенсәлек­тәре Башҡортостанға ла хас, һәм ул донъя буйынса хәлгә тулыһынса тиерлек тап килә. Уйлап ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек: йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡараған­да, республиканың мәшғүллек ойошмаларында 19 мең кеше сиратта торған, ә шул уҡ ваҡытта 45 меңдән артығыраҡ буш урын эшкә килгәндәрҙе көткән.
– Беҙҙә “офис һөнәрҙәре” буйынса урынлашырға теләгәндәр күп, ә эшсе һөнәрҙәргә барырға риза булғандар, киреһенсә, бик аҙ, – тигәйне бер матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова. – Әгәр ҙә тәҡдим менән ихтыяж нисбәтенән сығып ҡараһаҡ, бер йәшелсә үҫтереүсегә – 39, йөҙләүсе һәм плитә йәбештереүсегә 36 урын тура килеүен күрербеҙ. Бер һөнәр кешеләре артыҡ булһа һәм эш урыны таба алмай интекһә, бүтән һөнәр вәкилдәрен предприятиелар үҙҙәре эҙләп тә таба алмай.
Иң етешмәгән һөнәрҙәр араһында – ашнаҡсылар, официанттар, тегенселәр, икмәк бешереүселәр, бетонсылар. Уның ҡарауы, бухгалтерҙар хеҙмәт баҙарында кәрәк булғандан 30 тапҡырға күберәк! Кадрҙар буйынса инспекторҙар һаны ихтыяждан ун тапҡырға ашып китә, юрисконсульт, экономист, экспедитор булырға теләгәндәр ҙә урындар һанынан ике тапҡырға артығыраҡ.
Эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ, эксперттар билдәләгәнсә, йәмғиәттә юғары белемгә ҡарата барлыҡҡа килгән ҡалып нигеҙендә тыуҙы. Бөгөн етештереү тармаҡтарында эшләүҙең абруйы ныҡ түбән булыу сәбәпле, абитуриенттар һаман да гуманитар һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреүен дауам итә. Был йүнәлештә ата-әсәләрҙең балаларын йылы офистарҙағы “таҙа” эшкә йүнәлтергә тырышыуы ла ҙур роль уйнай. Һөҙөмтәлә юғары уҡыу йорттары йыл һайын әлеге заманда ул тиклемге һанда кәрәкмәгән йәш белгестәр уҡытып сығара.
Былтыр, мәҫәлән, республикала педагогтар һәм тәрбиәселәр һанының артығыраҡ булыуы асыҡланған. “Быйыл беҙ ундай хәлде күҙәтмәйбеҙ, тимәк, белем биреү системаһы үҙгәртеп ҡоролдо”, – ти Ленара Иванова. Мәшғүллек структураһының үҙгәреүе бөтә Рәсәйгә хас. Хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм уның менән бәйле сауҙа, банктар, телекоммуникациялар йылдам үҫешә. Ғәҙәти эш урындары аҙая бара.
Республиканың Мәғариф министрлы­ғына буйһонған 78 уҡыу йорто экономистар һәм бухгалтерҙар өсөн дә бюджет урындарын кәметә, техник һөнәрҙәр һәм аграр өлкә белгестәрен әҙерләүҙең контроль һандарын арттыра. Әйткәндәй, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ихтыяж айырыуса ҙур.
– Ауыл хужалығы белгестәренә ҡытлыҡ булыу сәбәпле, уларҙы Краснодар һәм Алтай крайҙарынан, башҡа төбәктәрҙән саҡырып килтерергә мәжбүр булабыҙ, – ти ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева. – Беҙгә бигерәк тә квалификациялы инженерҙар, биотехнологтар кәрәк. Республикала бөгөн ветеринар табиптарға ҡытлыҡ ҙур, һуңғы биш йылда уларға ихтыяж 700 берәмеккә артты, һәм был насар эҙемтәләргә алып килә.
Ләлә Дәүләтбаева әйткәнсә, эш биреүселәр юғары квалификациялы белгестәргә 100 мең һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы түләргә лә риза, ә республика Хөкүмәте ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә килергә теләгәндәргә бер тапҡыр күрһәтелә торған матди ярҙамды арттырған.
Әммә был осраҡта ла фәҡәт бер тапҡыр бирелә торған ярҙам һәм эш хаҡын күпмегәлер арттырыу, донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, хеҙмәт баҙарына заман ҡуйған талаптарға яуап биреп өлгөрөүҙе аңлатмай әле. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы әлеге юбилей сессияһында билдәләп үткәнсә, беҙҙең бурыс – ХХI быуатта хеҙмәтте шәхесте үҫтереүҙең тулы мөмкинлектәр биреүсе шартына, барлыҡ теләгән кешеләр өсөн үҙ мөмкинлектәрен аса алыу сығанағына әйләндереү.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: