500 урынлыҡ дөйөм ятағы булған уҡыу йорто Репин урамындағы 6-сы йортта, уҙған быуаттың 50-се һәм 70-се йылдарында төҙөлгән әүәлге 5-се профессиональ училище бинаһында урынлашасаҡ.
Был биналарҙы республика власы Өфөләге уҡыу йорттарына тапшырҙы. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Республика инженерлыҡ лицей-интернатының дөйөм ятаҡтары ла ошонда асыла. Төньяҡ филиалда 150-гә яҡын урта звено медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләйәсәктәр. Ҡала хакимиәте вуздарға биналарҙы ваҡытында реконструкциялап, файҙаланыуға тапшырыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Әйткәндәй, проект ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Йыл башында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1150 табипҡа һәм 973 шәфҡәт туташына ҡытлыҡ кисергәйне.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан