Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2019, 10:04

Киләһе алты йылда һәр икенсе кеше спорт менән әүҙем шөғөлләнәсәк

“Демография” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда физик культура һәм спорт үҫешенә етди иғтибар бирелә. Быйыл ҡала һәм ауылдарҙа яңы спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла, хоккей ҡумталары тәртипкә килтерелә, профилле футбол мәктәптәренә яңы яһалма япма түшәлә.

Дәүләт программаһына ярашлы, республикала спорт ҡорамалдары һәм йыһаздары һатып алына. Спорт мәктәптәренә федераль үҙәктән субсидиялар бүленә, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Юлдаш Әлфиә Хәмитова
Читайте нас: