Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июль 2019, 10:30

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ СЕНТЯБРГӘ ТАМАМЛАНЫРҒА ТЕЙЕШ

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ СЕНТЯБРГӘ ТАМАМЛАНЫРҒА ТЕЙЕШБорис Беляев Стәрлетамаҡта ихаталарҙы һәм подъездарҙы ремонтлау сифатын баһаланыСтәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев килде. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫары Андрей Ермолаев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Илдар Ғарифуллин, шулай уҡ идара итеүсе компаниялар һәм подрядсы ойошмалар етәкселәре менән ул төҙөкләндереү буйынса программалар үтәлешен ҡарап сыҡты.

Улар иң тәүҙә Бородин урамындағы 3-сө,5-се, 7-се һәм 9-сы йорттарҙың ихата биләмәләрендә булды. Бында «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөк-ләндереү эштәре башланған. Ошо уҡ программа буйынса эштәр Курчатов урамының 2-се, 6-сы, 8-се йорттарында ла бара. Борис Беляев был йорттарҙа йәшәүселәр менән аралашты, башҡарылған эштәр буйынса уларҙың фекерҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды.
Шулай уҡ Владимир Иванович һәм Борис Владимирович Цюрупа һәм Коммунистик урамдарындағы йорттарҙың подъездарын ком-плекслы ремонтлау буйынса эштең сифатын баһаланы. Эш сәфәренән һуң Борис Беляев идара итеүсе компаниялар һәм подряд ойошмаларҙың вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
– Ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү эштәре 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш. Эштәрҙе сифатлы башҡарыу мөһим! – тине ул. Министр менән эште башҡарыусылар ҙа, был төҙөкләндереүҙең һөҙөмтәһен көткән халыҡ та берҙәй килешер, моғайын.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: