Үҙәк Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашҡан, уның майҙаны - 40 мең квадрат метр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
– Яңыраҡ аҙнаһына ике тапҡыр футбол уйнау өсөн майҙан табырға теләгәйнек, тик бер тапҡыр уйнау өсөн генә урын таптыҡ. Буш ваҡыт юҡ... Халыҡ-ара балалар уйындарын асыуға, баш ҡалала яңы объект асабыҙ, – тип яҙҙы ул. – Бында 40000 квадрат метр майҙанда 4 бассейн бар, залдар, 13 гектар ере. Бер һүҙ менән әйткәндә, спорттың 49 төрө менән шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Уның хаҡы – 3,3 миллиард һум һәм ул быға торошло. Спорт көндән-көн заман кешеһе тормошонда мөһим роль уйнай бит.