Башҡортостан Башлығы вазифа-һын башҡарыусы Радий Хәбировтың эш сәфәре «Станоктар төҙөү» фәнни-производство берекмәһенән башланды. Билдәле булыуынса, был предприятие Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, йәғни 1941 йылдың июль айында беҙҙең ҡалаға күсерелә һәм декабрь айында уҡ бөтә ҡеүәткә эшләй башлай. Совет осоронда заводта 5500-ҙән ашыу кеше эшләһә, бөгөн иһә бында ни бары 800 кеше тир түгә. Уның ҡарауы, берекмәнең башҡарыусы директоры Александр Стерхов, был предприятие Рәсәй биләмәһендә ту-лы етештереү циклы булған берҙән-бер завод, тип белдерҙе. Бында етештерелгән станоктар «Ростех» дәүләт корпора-циялары предприятие-ларына ебәрелә икән.
– Беҙҙең станоктар барып еткән урындарҙың географияһы ифрат та киң – кораблдәр төҙөлгән Санкт-Петербургтан алып “Сухой” компанияһы са-молеттарын етештергән Амурҙағы Комсомольскиға тиклем. Беҙҙә сыҡҡан станоктарҙы шулай уҡ Өфө машиналар етештереү берекмәһе лә (УМПО) һатып ала. Бөгөн беҙҙә 100 станокка 4 миллиард һумлыҡ контракт төҙөлгән, – тине Александр Стерхов.
Радий Хәбиров иһә предприятие-ның произвоство майҙансыҡтарын ҡараны, эш шарттары, эш хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие директоры һүҙҙәренә ҡарағанда, бында уртаса эш хаҡы 32 мең һум тәшкил итә икән. Бөгөн фәнни-производство берекмәһендә юғары технологиялы станоктар етештереү өсөн ҡорамалды яңыртыу өҫтөндә эшләйҙәр. Сәнәғәтте үҫтереү фонды биргән 238 миллион һум үҙләштерелгән, тағы ла 500 миллион һум – үҙләштереү өҫтөндә. Башҡортостан етәксеһе предприятиеның артабанғы үҫешен юғары баһаланы һәм иғтибарҙы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтте.
– Ғәмәлдә иһә был эш урындарын ҡыҫҡартыуҙы йәки хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтарын кәметеүҙе аңлатмай. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү – предприятиены үҫештең яңы кимәленә сығарырға мөмкинлек бирә, кәрәкмәгән физик һәм йыш ҡына мө-һим булмаған хеҙмәттән ҡотолдора, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеүгә лә иғтибар бирҙе.
Артабан Радий Фәрит улы «Башҡорт ихаталары» республика програмаһы сиктә-рендә Курчатов урамындағы, 2-се, 6-сы, 8-се йорттар ихаталарында төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәренең барышы менән танышты. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов объект тураһында:
– Бында парковка урындары, хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк, видеокамералар ҡуйыласаҡ, эттәрҙе йөрөтөү өсөн айырым майҙансыҡ бүленәсәк, – тип һөйләп үтте.
Сара барышында был йорттарҙа йәшәүселәргә республика етәксеһе менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Берәүҙәр ағастарҙы ҡырҡыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, икенселәр Курчатов урамын-дағы 2-се йорт эргәһендәге киоскыла һатылған әйберҙәргә шик белдерҙе, иҫеректәрҙең был тирәгә килеп, тауыш ҡуптарыуҙарына зарланды. Радий Хәбиров бындай осраҡтарҙы хәл итергә полиция барлығын билдәләп, киоскыны алып ташларға фарман бирҙе. Ә инде, дөйөм алғанда, бөтә мәсьәләләрҙе лә был йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре хәл итә ала. “Республика кәрәкле аҡсаны бүлә, муниципалитеттар подрядсы ойош-маларҙы табыу һәм эштең сифатын контролдә тотоу өсөн яуап бирә. Бәхәсле мәсьәләләрҙе торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылыштарында бында йәшәүселәр үҙ-ҙәре хәл итергә бурыслы”, – тип тә өҫтәне ул. Радий Хәбиров шулай уҡ ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре 1 сентябргә тамамланырға тейеш, тип белдерҙе. Аҙаҡ республика башлығы: «Бөгөн мин Стәрлетамаҡта иң яҡшы ихатаны таптым. Ул халыҡ менән кәңәшләшеп эшләү нигеҙендә төҙөкләндерелә», – тине.
Ҡалабыҙҙа быйыл 40 күп фатирлы йорт ҡаршыһында 18 ихата биләмәһе «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндереләсәк. Радий Хәбиров осрашыуҙа: “Бында тағы киләм әле”, – тип, эштәрҙең һөҙөмтәһен барларға вәғәҙә бирҙе.
Стәрлетамаҡта ихаталар ғына түгел, йорт эстәре лә матурлана. 2019 йылда ҡалала йәмғеһе 83 күп ҡатлы йортта 355 подъезд ремонтланасаҡ. Был маҡсатҡа 137 миллион һум аҡса сарыф ителә. Республика етәксеһе башҡарылып килгән эштәр менән танышыу маҡсатында Артем урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә булды. Ремонт яһаусы “УралСтройГрупп” компанияһы етәксеһе Ратмир Фәхриев Радий Фәрит улына тамамланған эштәр тураһында һөйләп үтте:
– Плиткалар түшәлде, стеналар буялды, тәҙрәләр алмаштырылды ла инде, – тине ул. Радий Фәрит улы эштәрҙе артабан да сифатлы башҡарырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан ул Еңеү байрамының 60 йыллығы уңайынан сафҡа индерелгән Жуков паркында булды. «Һөт кухняһы» һәм «Икмәк комбинаты»ның эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ ул бынан 5 йыл элек төҙөлөп бөтөргә тейешле йортта булып, уның 95 процент әҙер булыуын күрҙе, йорт тапшырылырға әҙер булһын өсөн тағы ла 10-12 миллион һум кәрәклеген асыҡланы һәм алданған өлөшсөләргә 1 октябрҙә асҡыс тапшырылырға тейешлегенә ишара яһаны (һүҙ ҡаланың Көнбайышындағы 4а биҫтәһендәге йорт тураһында бара). Ә һөт кухняһына килгәндә, билдәле булыуынса, был производство Стәрлетамаҡта 1 июлдән эш башланы. Унда йәш әсәләр һөт һәм һөт продукцияһын ала. Осрашыуҙа улар Радий Фәрит улына рәхмәт еткерҙе. Радий Хәбиров үҙе иһә һөт кухняһынан ғына түгел, ә күреп үткән бөтә объекттарҙағы эштәрҙән дә ҡәнәғәт ҡалды.