Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2019, 12:40

Быйыл республика һаулыҡ һаҡлауға милли проект сиктәрендә 5 миллиард һум тотона

2019 йылда республика «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға 5 миллиард һум тотона. Республика бюджеты иҫәбенә авария хәлендәге 15 фельдшер-акушер пунктын алмаштырыу күҙаллана.

Тағы дүрт ФАП федераль аҡса иҫәбенә алына. Ҡан тамырҙары бүлексәләрен ҡайтанан йыһазландырыу өсөн 300 миллион һумдан ашыуға һигеҙ контракт төҙөлгән. Медицина учреждениелары ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Республиканың онкология бүлексәләре 257 миллион һумға ҡорамалдар ала.
«Был аҙнала Республика онкология диспансерына яңы маммограф килде. Балалар онкология үҙәге төҙөү өсөн проект-смета документтары әҙерләнә. Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике поликлиника төҙөлөшө, 18 балалар поликлиникаһы капиталь ремонты тамамлана», — тине «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, дәүләт медицина ойошмалары өсөн табиптарға һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж 1150 кеше тәшкил итә. 2018 йылдың октябренән 2019 йылдың майына ҡәҙәр табиптар һаны 230 кешегә артҡан. Башҡорт дәүләт медицина университетын һәм ординатура программаларын тамамлаусы алты һөнәр буйынса бөтәһе 1226 белгес бүленгән.
#Миллипроекттар
Читайте нас: