БР Һаулыҡ һаҡлау министрылығы мәғлүмәте буйынса, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 400-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 89-ы — 18 йәшкә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр, 331-е — өлкәндәр, 32-һе — инвалидтар.
Ғәлиәхмәт ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бар заман талаптарына яуап бирә: бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар кабинеты, дарыу препараттарын һаҡлау, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бүлмә, хужалыҡ блогы бар.
ФАП санитар нормаларға ла тап килә: йылытыу, һыу менән тьәмин итеү һәм һыу таратыу, мөмкинселектәре сикләнгән граждандар өсөн пандус менән тәьмин ителгән.