Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июль 2019, 10:00

Башҡортостанда ике йылда 8,4 мең квадрат метр авариялы торлаҡты бөтөрөү күҙаллана

Башҡортостанда ике йылда туғыҙ муниципалитетта 8,4 мең квадрат метр авариялы торлаҡты бөтөрөү күҙаллана, тип хәбәр итте Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн өс төбәк проекты булдырылған, тип иҫкә төшөрҙө ул.

«Башҡортостан Республикаһында торлаҡ» программаһы буйынса быйыл 2,1 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш. Ике төбәк проектының күрһәткестәре өлгәшелгән дә инде, тип белдерҙе дәүләт комитеты башлығы: 4,8 мең квадрат метр майҙандағы авариялы торлаҡтан 290-дан ашыуыраҡ кеше күсерелгән, «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһы буйынса 1180 кредит бирелгән. Бөтә өс төбәк проектын финанслауҙың дөйөм күләме 1,285 миллиард һум тәшкил итә, 954 миллион һум самаһы федераль бюджеттан бүленергә тейеш, ләкин һаманғаса юҡ.
Федераль аҡсанан тыш тормошҡа ашырылған «Башҡортостан Республикаһында ипотека» программаһы 19% башҡарылған.
2019-2020 йылдарҙа авария фондын ҡыҫҡартыу буйынса программаның I этабы сиктәрендә туғыҙ муниципалитетта йәшәүгә яраҡһыҙ 8,37 мең квадрат метр майҙанды бөтөрөү күҙаллана. Улар – Өфө (2,8 мең квадрат метр), Баҡалы (930), Балтас (708), Белорет (195), Дүртөйлө (514), Илеш (1155), Ҡалтасы (705,4), Мәсетле (1265), Мишкә (98) райондары.
Беренсе этапты тормошҡа ашырыу өсөн планлаштырылған аҡсаның 30% күләмендәге беренсе траншы Архитектура һәм дәүләт комитеты иҫәптәренә 23 июлдә күсте, тип хәбәр итте Марат Әхмәҙуллин. Иҫке фондтан күсереүгә субсидиялар муниципалитеттар аша бирелә. Программала ҡатнашыусыларҙың иҫәптәренә аҡса августа күсә.
2019 йылда 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған йорттар һүтелә. Закон буйынса, күсенеүселәр шул уҡ ҡалала йәки ҡасабала бер төрлө майҙан алырға тейеш.
Мәҡәлә башинформ сайтынан алынды http://www.bashinform.ru/news/1334818-v-bashkirii-planiruetsya-za-dva-goda-likvidirovat-8-4-tys-kv-m-avariynogo-zhilya/
Читайте нас в