Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Август 2019, 10:02

“Милли проекттар” буйынса һалынған юлдар иғтибар үҙәгендә

#Миллипроект #Нацпроект #Юлдар #БезопасныеДороги Стәрлетамаҡта “Милли проекттар” буйынса һалынған юлдар иғтибар үҙәгендә тора, яңы ғына һалынған юл түшәмен ҡала Советы депутаты Александр Шкурко, торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Илдар Ғарифуллин, сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге начальнигы Илдар Усманов, төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев, ҡаланың йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Пьяныхтарҙан торған ҙур комиссия ҡарап сыҡты. Комиссияны ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт етәкләне.

Бөгөнгө көндә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” программаһы буйынса Пантелькин урамында, Раевка һәм Стәрлетамаҡ тракттарында юл һалыу тамамланыуға яҡынлашып бара. Ә бына Ырымбур тракты, Яҡутов, Олег Кошевой, Богдан Хмельницкий, Ильич һәм Ивлев урамдарында ремонт дауам итә.
Стәрлетамаҡ быйыл “Милли проекттар” программаһында ҡатнашып, ремонтларға 13 юл һайлап алғайны. Улар араһында, юғарыла әйтелгән юлдарҙан тыш, Социалистик, Киров, Аркадий Гайдар урамдары һәм Өфө, Стәрлебаш тракттары ингән. Исемлеккә Вокзал урамы ла ҡушылды, уны конкурс процедуралары һөҙөмтәһендә артып ҡалған аҡсаға яңыртасаҡтар.
Читайте нас: